-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Беҙгә әҙәплеләр оҡшай

«Йәншишмә» гәзитендә «Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы» тигән бик матур рубрика бар. Ул миңә оҡшағанлыҡтан, даими уҡып барырға тырышам. Тик был биткә ҡайһы бер ҡыҙҙарҙың «еңелсә» аҡыл менән хат яҙып ебәреүҙәре оҡшамай.

Мәҫәлән, «Беҙ осрашып йөрөнөк, мин уны ярата инем, тик егетем ташлап, икенсе ҡыҙға китте. Кәңәш бирегеҙ, ни эшләргә?»

Бында, әлбиттә, яуап бер генә: үҙегеҙҙе яраттыра белегеҙ! Дөрөҫөн әйткәндә, егеттәргә оҡшарға, ярарға тырышып, ни тиклем тиклем эсһәгеҙ, тартһағыҙ, шул тиклем улар ситләшәсәк. Күп егеттәр шундай уҡ фекерҙәлер, тип уйлайым. Ундай ҡыҙҙар менән улар ваҡыт үткәреү өсөн генә йөрөйәсәк тә беренсе уңайлы мәл тыуыу менән ташлап китәсәк. Сөнки ғаилә ҡороу өсөн еңел холоҡло ҡыҙҙар береһенә лә кәрәкмәй.

Кискеһен клубҡа, дискотекаға сыҡҡанда «төшөрөп» алған, тәмәке тартып, һуғышып йөрөгән ҡыҙҙарҙы күрәһең дә йөрәк әрней. Ҡайҙа табан тәгәрәйбеҙ?! Киләсәктә милләтебеҙҙең ниндәй вәкилдәре булырбыҙ? Беҙҙән ниндәй атай-әсәйҙәр сығыр һәм үҙебеҙ ниндәй балалар үҫтерербеҙ?

Әйҙәгеҙ әле, ҡыҙҙар һәм егеттәр, киләсәгебеҙгә битараф булмайыҡ. Мөхәббәт кеүек изге тойғоно шайтан һыуы менән яуларға тырышмайыҡ. Ғорур булығыҙ һеҙ, башҡорт ҡыҙҙары. Ундайҙар алдында егеттәр ҙә үҙҙәрен әҙәпле тота. Арабыҙҙа үҙ халҡын, милләтен, мөхәббәтен яҡларлыҡ ҡыйыу йөрәкле батыр бөркөттәр, матур күңелле ҡыҙҙар күп бит.

САЛАУАТ.

Әбйәлил районы.

Читайте нас: