Һиңә шундай кәңәш. Үҫмер саҡта шулай ғашиҡ булаһың, дуҫлашып йөрөй башлаһаң, яратам, тип уйлайһың инде ул. Тәүге һөйөү хистәре килеп ишек ҡаҡҡан икән, ҡыуанырға ғына кәрәк. Әммә, яҙыуыңа ҡарағанда, һин егеткә үҙең башлап SMS-хәбәрҙәр ебәрәһең. Ярай әле яуап яҙа. Әгәр һиңә ҡарата хистәре булһа, ул үҙе белдерер, шылтыратыр ине, моғайын. Өҫтәүенә, Юля менән йөрөйөм, тип тураһын әйткән, ситләтеп кенә ҡыҙы барлығын белдерергә тырышҡан бит. Был егеттең һинең менән ваҡытлыса ғына мауығып, дуҫлашып йөрөгәнен аңларға кәрәктер. Ҡайғырма, юҡҡа эсең бошмаһын. Киләсәктә ысын мөхәббәтеңде мотлаҡ осратырһың. Ә әлегә был матур егет тураһында оноторға тырыш. Социаль селтәрҙә уның диуарына инеп, фотоларын ҡарап ултырма. Хистәрҙең онотолоу үҙенсәлеге бар ул, тик бер аҙ ваҡыт кәрәк. Иғтибарыңды күберәк уҡыуға бүл, яратҡан шөғөлдәрең менән бул, төрлө сараларҙа ҡатнаш. Бик ҡыйын булһа, серҙәреңде иң яҡын кешеңә һөйлә, кәңәшләш. Әгәр был турала бер кемгә лә белдермәҫкә теләһәң, Бөтә Рәсәй балалар ышаныс телефонына шылтырат: 8-800-2000-122. Һине тәжрибәле белгес тыңлап, кәңәштәрен әйтер. Ғорур бул, А. һылыу. Егеттәр үҙҙәре һинең иғтибарыңды яулап алырға тырышһын.