+16 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Егеттәргә ниндәй ҡыҙҙар оҡшай?

Был темаға арнап мин егеттәрҙән һорау алдым. Беренсе Илшат яуап бирҙе.

Уның фекеренсә, өлгөлө ҡыҙ оҙон сәсле, оялсан, көләс, аҡыллы һәм әҙәпле булырға тейеш. Әлбиттә, Илшаттың әйткәндәре менән килешәм, ләкин кеше үҙе хаҡында ла онотмаҫҡа тейеш. Сөнки егет (йәки ҡыҙ) һайланып йөрөһә, бер ни ҙә килеп сыҡмаясаҡ. Әгәр һиңә берәү оҡшаһа, уның кире сифаттары ла йәнгә ятасаҡ.
Ә Таһир икенсе төрлө уйлай. Уның әйтеүенсә, күп ҡыҙҙар тышҡы ҡиәфәткә генә иғтибар итә. Таһир: «Үҙ ғүмеремдә бер ҙә хыялдағы ҡыҙымды осрат­ҡаным юҡ», – ти.
Дуҫым Ризуан да үҙ фекерен әйтте. «Идеаль ҡыҙ образы юҡ, минеңсә. Уларҙың бит төрлөһө була, һәр береһе үҙенсәлекле бит. Күңелемә оҡшаған ҡыҙҙар насар ғәҙәттәр менән дуҫ булмаҫҡа, ата-әсәһенә, ололарға хөрмәт менән ҡарарға тейеш», – тине ул.
Ошондай яуаптар аша күп нәмәне аңларға була. Кеше үҙ мөхәббәтен ниндәйҙер һыҙаттарға ҡарап һайларға тейеш түгел. Әгәр ҙә берәйһе оҡшай башлаһа, уның бер ниндәй кире яҡтарына ла иғтибар итмәйәсәкһең. «Кейемгә ҡарап ҡаршы алалар, ә аҡылға ҡарап оҙаталар», – тип дөрөҫ әйткәндәр борон. Шуға күрә күңел матурлығын күрә белергә кәрәк.
Читайте нас: