+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Кавалерың ниндәй: ҡабалан, тәжрибә үткәреүсе, ашамһаҡмы?

Ҡыҙҙар өсөнБөтә егеттәр ҙә ҡыҙҙар алдында үҙен яҡшы күрһәтергә тырыша. Ә һиңә оҡшаған кавалерыңдың ысын холҡон нисек белергә һуң? Баҡһаң, уның туҡланыуына ҡарап та ниндәй икәнлеген билдәләп була икән.

Ҡабаланып ашаусы егет. Аяҡ өҫтө йөрөгәндә лә тамаҡ ялғап, ҡапҡылап йөрөй. Бер нисә бутербродтан да туйып ҡуя.

Тимәк, был егет ваҡытын бушҡа үткәрергә яратмай. Хыялға бирелеүсән түгел. Шулай ҙа ниндәйҙер эш менән шөғөлләнә башлаһа, бар күңелен һала. Өтөк егеттең таныштары ла күп. Үҙе бигүк йыйнаҡ булмаһа ла, көс-ҡеүәте, киләсәккә ышаныс һәм өмөт менән ҡарауы һәйбәт.

Уға спорт һөйөүсән, ыҡсым, әүҙем ҡыҙҙар оҡшай. Өйҙә ултырырға ярат­ҡан, бәйләү, сериалдарҙы үҙ иткәндәр ҡыҙыҡһындырмай. Ҡабалан егеткә уның шөғөлдәрен ҡабул итеүсе ихлас әңгәмәсе ҡыҙ яҡын. Ос­рашыуға һуңлап килгән, һөйләшеү­ҙе дауам итә белмәгәндәр­ҙе яратмай.

Тәжрибә үткәреүсе. Ул һәр ваҡыт ниндәйҙер яңы ашамлыҡ татып ҡарарға әүәҫ. Бигерәк тә экзотикаға тартыла. Ниндәй аҙыҡтарҙан әҙерләнеүен белмәһә лә, матур исемле ризыҡтар­ҙы оҡшата.

Бындай егет дәртләнеп киләсәккә уй-хыялдар ҡора, тик һәр ваҡытта тормошҡа ашырмай. Ул нимәнелер энәһе ебенә тиклем уйлап, һәр бер көндө минутына тиклем бүлеп сыҡмай. Арттырып һөйләргә әүәҫ. Ҡәҙимге көндәрҙе төрлөләндереп тора.

Тәжрибә үткәреүсе егеткә яңы уй-фекерҙәр, хыялдар менән яныу­сы ҡыҙҙар оҡшай. Үҙенсәлекле фекер йөрөткән, аҡыллы, юморға бай­ҙар бигерәк тә үҙ кешеһе.

Ашамһаҡ. Ул ашыҡмай, тәмен белеп кенә яратҡан ризыҡтары менән һыйлана. Нескә итеп сервировкаланған өҫтәл уны ифрат ҡыуандыра.

Был егет өсөн тыныс мөхит мөһим. Бөтә яҡлап та камиллыҡҡа ирешергә ынтыла. Ыҫпай кейенеп йөрөгән ҡыҙҙарҙы ярата, ҡараңғы сырайлыларҙан йыраҡ тора. Уға оҡшарға теләһәң, күлдәгең үтекләнгән, аяҡ-кейемең ялтырап торорға тейеш. Ашамһаҡҡа ысын принцесса кәрәк. Ә һин быға әҙерһеңме?
Читайте нас: