+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Сәскәйҙәрең толом-толом, уны нисек үрәһең?..

Һүрәттә сәстәрен матур итеп үреп, ете йондоҙҙай балҡып торған ҡыҙҙар – Әбйәлил районының Ҡаҙмаш мәктәбе һылыуҡайҙары. Улар конкурсҡа йәки матурлыҡ ярышына әҙерләнмәгән, ә көн һайын белем усағына шулай йөрөй.

Һуңғы ваҡытта йәш ҡыҙҙарҙың сәстәрен ялбырлатып, төрлө төҫтәргә буятып йөрөүенә күнегеп барабыҙ, буғай. Шулай булмаһа, Ҡаҙмаш мәктәбенә килеп ингәс тә, уҡыусы гүзәл заттарҙың барыһының да сәстәрен үреп, төрлө причёскалар эшләп йөрөүенә иғтибар итер инекме икән?! Юҡтыр, моғайын. Уҡытыусылар ҙа мәктәптә бер ҡыҙҙың да сәсен киҫтергәне йәки ялбырлап йөрөмәүе хаҡында белдергәс, һылыуҡайҙар менән осрашырға булдым. Барыһы ла килде улар: һәр береһе үҙ причёскаһын күрһәтте, сәс тәрбиәләү алымдары хаҡында бәйән итте. Шулай ҙа мин үҙ фотоаппаратыма сәстәрен ябай ҙа, матур ҙа итеп үреп килгән ете ҡыҙҙы һайлап алдым. Бына улар – Айсилә Ниғмәтуллина, Айгизә Ибраһимова, Шәмилә Фәттәхова, Тәнзилә Әхтәмова, Зөлфиә Хөснөтдинова, Сәриә Зәйнуллина һәм Заһиҙә Рәжәпова.

Ҡаҙмаш һылыуҙарының матур башланғысы, сәскәйҙәренең толом-толом булыуы, уны һәр көн иртән үреп килеүҙәре башҡа төбәктә йәшәүсе тиңдәштәренә лә өлгө булһын ине. Ҡатын-ҡыҙҙың бар матурлығы уның таҙа һәм тәрбиәле сәсендә икәнлеген күптәр белмәһә, Әбйәлил ҡыҙҙары, был хаҡта хәбәрҙарбыҙ, тип йылмайҙы.
Читайте нас: