+24 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Хыялымда ҡалған бәхетем...

Һаумы, һөйгәнем! Тағы һиңә хат яҙам. Барыһын да аңларһың, тип ышанам.

Уйлама, һине кире ҡайтарыу түгел теләгем, бары үткәндәрҙе барлайһы ине. Бер ни ҙә онотолмаған, барыһы ла әлегеләй күҙ алдымда. Бөтәһе лә булды – шатлығы ла, ҡайғыһы ла, ә хәҙер... Бары хәтирәләр генә.

Ҡасандыр беҙ һинең менән шундай бәхетле инек. Әммә тоҡандырған утты үҙебеҙ һүндереп, осҡон да ҡалдырмайынса, көлгә әйләндерҙек. Үкереп илаһаң да, мөхәббәтле мәлебеҙгә ҡайтыу мөмкин түгел.

Беләһеңме, мин хәҙер иламаҫҡа өйрәндем. Тормош – уйын. Аптырарға кәрәкмәй. Яйлап барыһын да аңларға тура килә. Шулай ҙа күңелемдә һантый үҫмер йәш ҡыҙҙың хистәре йәшәй әле. Күҙҙәремдә – уның өмөт, һөйөү тулы сатҡылары. Хәтирәләр өр-яңы кеше булырға ирек бирмәй. Ҡулыбыҙҙа, яныбыҙҙа булғандың ҡәҙерен белмәйбеҙ, ә юғалтҡас, үкһеп илайбыҙ. Эстән генә йөрәк йәшен түгәбеҙ – һыр бирмәйбеҙ, имеш. Беҙ ҙә бит һөйөүҙе ошолай юғалттыҡ.

Барыһын да үҙгәртергә ине лә, әммә был – хыял ғына. Бәлки, йөрәк түрендәге үкенестер. Бөттө… Үткәндәргә ҡайтыу юҡ. Тик бер генә аҙым барыһын да хәл итте.

«Ниҙәр кисерәһең?» – тип һорама. Үҙең барыһын да күрәһең, яҡшы беләһең.

Үҙебеҙ үҙгәрербеҙ, күңел донъяһы яңырыр, йөрәк тә кисерер беҙҙе, барыһына күнер. Әммә хәтирәләр ташламаясаҡ. Ошо иҫтәлектәрҙе яҙмыштың беҙгә булған бәләкәй генә бер бүләге итеп ҡабул итергә кәрәк. Үткәндәр, кисергәндәр онотоларға тейеш түгел. Һөйөштөк. Хушлаштыҡ. Хәҙер юлдарыбыҙ икеһе ике яҡта. Һәр беребеҙҙең яҙмышы үҙ ҡулында. Үкенергә лә кәрәкмәйҙер. Тимәк, шулай тәҡдир ҡуш­ҡан.

Мин һине күптән ғәфү иттем инде. Ә үҙемә йөрәк хөкөм сығарыр. Беҙгә хушлашырға ваҡыт. «Бәхетле бул!» – быныһы ихлас йөрәктән. Тик бәхетеңде ҡулыңдан ысҡындыра күрмә!

Э. Өфө ҡалаһы.
Читайте нас: