-2 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Ғашиҡ булырмын әле

Миңә 15 йәш. Күҙем төшкән, дуҫлашҡан егетем юҡ әле. Шулай ҙә оҙатырға теләүселәр табылып тора.

Ниңәлер барыһы ла түбәнерәк синыфтан. Анау Таһир ныҡ асыуҙы килтерә. Әхирәтемдең егетенең күршеһе ул. Беҙ Рәсимә менән бергәләп мәктәптә үткән сараларҙа ҡатнашабыҙ. Ҡайһы берҙә һуңға ҡалабыҙ. Бер көндө ҡайтырға сыҡһам, әхирәтем, әлбиттә, мине оҙата, ә ҡапҡа төбөндә ике шәүлә тора. Береһе, оҙон буйлыһы шул Таһир инде. Теге ике ғашиҡ ҡосаҡлашып ҡараңғылыҡҡа инеп сумғас, мине тотоп алды. Сәбәләнәм, ысҡынырға тырышам. «Әйҙә, йөрөп киләйек», – тигән була. «Кит, бынан, йөрөмә. Һин минән бәләкәй», – тим.

– Булһа ни, ана, Ғәли ҡарт Сәмиға әбейҙән 4 йәшкә бәләкәй! – тимәһенме! Йән асыуым менән тегенең ҡулына телефоным менән һуҡҡанымды һиҙмәй ҙә ҡалғанмын. Кит, шөкәтһеҙ!

Бер ваҡыт һыу ингәндә ярҙа томбойоҡто ҡап-ҡара ҡоромға буяп, миңә һөртөргә тип баҫтырғайны. Йәнәһе лә, шаяра. Битараф түгеллеген шул юл менән белдерергә уйланы микән? Ныҡ йәнем көйҙө.

Тағы бер «мөхәббәт тарихы» булды. Ул синыфташ егеттең бығаса ҡыҙы бар ине. Ниңә ташлашҡандарҙыр, белмәйем. Йәйге каникулға сыҡҡас, күмәкләп уҡытыусыбыҙ менән урманға сәйәхәткә барғанда был миңә ялан сәскәләре йыйып бүләк итеп аптыратты. Бөтәһе алдында бит әле. Нимә, тип уйларға ла белмәнем. Теге ҡыҙы ташлағас, мин уны оҡшата тип уйлаймы икән? Һы, берәү менән дуҫлашып йөрө, йөрө лә, имеш…

Эйе, математика дәрестәрендә контроль эште икебеҙ бер вариантта булғас, күсертәм. Уҡытыусы бүлмәнән сығыуы була, ауыҙын йырып парта янына килеп баҫа. Күсерһен әйҙә, йәл түгел. Әммә был, уны яратам, тигәнде аңлатмай бит. Ә бер заман интернетта SМS яҙыша башлағайныҡ, был тамам аптыратты. Оҙон итеп хәбәрен теҙгән дә теҙгән. Иң һуңынан бүтән шрифт менән яҙған хәрефтәрҙе бергә ҡушып уҡырға ҡушҡан. Әстәғәфирулла! МИН ҺИНЕ ЯРАТАМ, тип яҙғансы! Аптырауҙан башҡа бер тойғо ла кисермәнем.

Уртаса ғына уҡыһа ла, үҙе мәктәптәге төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Уҡытыусылар ҙа хөрмәт итә, шикелле. Әммә миндә уға ҡарата бер хис тә юҡ шул. Исем өсөн генә, уны ла, үҙемде лә алдап, дуҫлашып йөрөгөм килмәй.

Ҡайһы берҙә, әллә ярата белмәйемме икән, тип уйланып та алам. Шунан: «Ярай, өлгөрөрмөн әле, моғайын, киләсәктә берәйһен оҡшатырмын, ға­шиҡ булырмын», – тип тағы үҙемде тынысландырам. Тәүге һөйөү хисе мине генә урап үтмәҫ инде. Әммә ул егет әйләнеп тә ҡарамаһа? Ҡуй, был турала уйламайым әле… Шулай ҙа берәйһенә кү­ҙем төшһә, барыбер уға был турала белдерергә ҡыймаҫ инем ул.

ИЛҮЗӘ.
Читайте нас: