-4 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Ҡайһы илдә нисек?

Ҡайһы илдә егеттәр ниндәй ҡыҙҙарҙы оҡшата икән? Әйҙә, уҡып ҡарағыҙ.

Бөйөк Британияла малайҙарға тыш­ҡы ҡиәфәтең, кәүҙә ауырлығың мөһим түгел. Йор һүҙле, матур итеп һөйләшә беләһең, күңелсәкһең икән, һин уларҙың зауығына тура киләһең. Шым, тыйнаҡтар – Англия егеттәренең хыялы түгел. Инглиздәргә эскерһеҙлек, өлгөргәнлек һәм тәбиғилек оҡшай (статистика буйынса, Британия – декоратив косметиканы иң аҙ ҡулланған илдәрҙең береһе). Шаярта белеү, тормошҡа өлкәндәрсә ҡараш, алсаҡлыҡ һәм еңел аралашыу – инглиздәр күңелен яулар өсөн ошо сифаттар етә.

Германияла спорт һөйөүсән ҡыҙҙар­ҙы яраталар. Немецтарға дуҫ ҡыҙҙарының мәктәпкә велосипедта йөрөүе оҡшай. Бында егеттәр, күпселек Европа илдәренән айырмалы рәүештә, ҡыҙҙарҙың көсһөҙлөгөн һәм яҡлауһыҙлығын баһалай. Кафела гүзәл заттан үҙе өсөн түләтеү – немецтар өсөн ят күренеш.

Испанияла хисле ҡыҙҙарға өҫтөнлөк бирәләр. Ул ҡысҡырып көлөргә, ым- ишараны иркен ҡулланырға тейеш. Испандар кейемдә асыҡ, ҡапма-ҡаршы төҫтәрҙе ярата: аҡ һәм ҡара, ҡыҙыл һәм һары, күк һәм ҡыҙғылт һары уларҙың зауығына тура килә.

Был илдә үҙҙәренең киләсәген ҡайғыртып, абруйлы уҡыу йорттарында яҡшы билдәләргә өлгәшкән ҡыҙҙарҙы хөрмәт итәләр.

Японияла ҡыҙҙар үҙҙәре егеттәрҙең йөрәген яуларға тырыша, хатта сәскә, шоколад бүләк итә. Быға бер кем дә аптырамай. Иң тыйнаҡ халыҡ булараҡ, япон егеттәре бик оялсан. Шуға ла ҡыҙҙар үҙҙәре егеттәргә ишек аса, ултырғысты күсерә, стаканға эсемлек һала. Әлбиттә, был ҡағиҙәләр һине бер нәмәгә лә мәжбүр итмәй. Әммә япон дуҫың күҙеңә ҡарап, ҡатын-ҡыҙ иғтибарын көтһә, аптырап ҡалма.

Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә тыйнаҡ егеттең атаһының рөхсәтенән тыш ҡыҙҙы осрашыуға саҡырыу тураһында уйларға ла хоҡуғы юҡ. Әммә оҡшатыу барыбер эҙһеҙ үтмәй. Ситтән генә ҡарау, хат яҙышыу, серҙәр, SMS-хәбәр­ҙәр… Бына бөтә романтика. Ә инде осрашыуға тотош компания менән бараһың: ул – бергә уҡыған 4 – 5 дуҫын, һин әхирәттәреңде алып. Тәүге осрашыу бына шулай үтә.

Бразилияла егеттәрҙең ҡыҙҙарға ҡағылыуы, ҡулын тотоп ҡарауы, сикәһенән һыйпауы, сәсен тартыуы Европа халҡын аптырашта ҡалдыра. Ләкин илдә быны тыныс ҡабул итәләр, йүнһеҙлек тип иҫәпләмәйҙәр. Шуға күрә «был миңә оҡшамай», тиергә кәрәк. Етмәһә, Бразилия егете янығыҙҙан үтеп киткән ҡыҙға ла комплимент әйтеүҙе бер ни күрмәй. Бынан ҡур­ҡырға ярамай: улар һөйгәндәрен сәскәләргә күмә, матур һүҙҙәр яуҙыра, ҡайнар яратыуын иҫбатлай белә.


Фото: smallstitch.ru



Читайте нас: