+18 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Малайҙар нимәне яратмай?

Ҡыҙҙар, әгәр һеҙ малайҙар менән дуҫлашҡығыҙ килһә, түбәндәге кәңәштәргә ҡолаҡ һалығыҙ.

Малайҙар нимәне яратмай?
Малайҙар нимәне яратмай?

Уларға бер ваҡытта ла… быға тиклем йөрөгән малай хаҡында һөйләмәгеҙ. Бигерәк тә уның менән сағыштырмағыҙ. Яңы дуҫы­ғыҙ һеҙҙең һаман да элеккеһен онота алмағанығыҙҙы аңлаясаҡ һәм үҙен һеҙҙең менән йөрөргә лайыҡлы түгел, тип һанаясаҡ.
Малайҙар…тәнҡитләү­ҙе яратмай. Әгәр ҙә уның ниндәйҙер етешһеҙлеген күрәһегеҙ икән, бер ваҡытта ла көлмәгеҙ һәм был хаҡта башҡалар алдында әйтмәгеҙ. Ә инде киреһенсә эшләһәгеҙ, үҙен түбәнһетеү, кәмһетеү, тип ҡабул итәсәк. Кеше бар яҡтан да камил бу­ла алмай. Бер кәмселеге бар икән, икенсе өҫтөнлөгө менән етешһеҙлеген ҡап­лай бит.
Малайҙар…ғәйбәт һөйләгәнде яратмай. Әгәр һеҙ осрашыуға килеп, юҡ-бар һөйләп тораһығыҙ икән, дуҫығыҙға күңелһеҙ буласаҡ. Икегеҙҙе лә ҡыҙыҡһындырған уртаҡ һүҙҙәр табыр­ға тырышығыҙ.
Малайҙар…үҙҙәрен ҡурсалауҙы өнәмәй. Ҡай­һы бер ғашиҡ ҡыҙҙар, үҙҙәрен ҡатыны йәки әсәһе ке­үек хис итеп, күлдәктәрен үтекләргә тотона, бутерброд ашатырға тырыша, шарфтар бәйләп бирә. Бындай «хәстәрлек», әлбиттә, бөтәһенә лә оҡшап бөтмәй. Ул ғәрип түгел дәһа, үҙен-үҙе ҡарай ала. Етмәһә, ҡыҙ­ҙың шундай ҡылыҡтары ситтән ҡарап тороуға ла сәйер күренә. Малайҙар ундай әхирәттәренән тиҙ ял­ҡасаҡ. Сөнки ҡыҙыҡ түгел. Бергәләп саф һауала йөрөү, киноға барыу күпкә файҙалыраҡ булыр ине.
Малайҙар…сүселдәшеүҙе яратмай. Ниндәй генә исем ҡушмай беҙҙең гүзәл заттарыбыҙ дуҫлашып йөрөгән малайҙарына: «бесәйем», «айыуым», «ҡуян­ҡай», «аҡҡошом», «ҡарлуғасым», «бөркөтөм»... Бындай татлы-тәмле һүҙҙәр малай­ҙарҙың егетлектәрен кәм­һетә, уларҙы көсһөҙ зат итеп күрһәтә. Әгәр һеҙ уға «батырым» тип өндәшһәгеҙ, бәлки, яҡшыраҡ булыр. Улар тағы ла ҡанатланып китер.
Малайҙар…кеше алдында хистәрегеҙҙе белдереүҙе хуп күрмәй. Берәй кисә барғанда һеҙ наҙлы һүҙҙәр әйтеп, һылап-һыйпап торһағыҙ, дуҫлашып йөрөгән малайға был һис тә оҡшамаҫ. Ул үҙен башҡа тиҫтерҙәре алдында уңайһыҙ тоясаҡ.
Ҡыҙҙар, әгәр ошо кәңәштәрҙе тотһағыҙ, моғайын, дуҫлыҡта уңыр­һығыҙ һәм һеҙҙең тәүге хис-тойғоларығыҙ, бәлки, оло мөхәббәттең юл башы булыр.

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: