+26 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Үпкәләмәм

Ҡасан ғына, йәнем, бергә инек,Һөйөп ҡарай инең күҙемә.Һинең ҡараштарың йылылығыНур бөрккәндәй ине йөҙөмә.

Үпкәләмәм
Үпкәләмәм

Гел йылмайып баҡты алһыу ҡояш,
Ай нурҙары төндө йәмләне.
Бәхетемдең моңло һандуғасы
Бер туҡтауһыҙ йырын көйләне.


Хыял иттем, юлдарыбыҙ йәнәш
Барыр кеүек ине мәңгегә.
Яңылышҡанмын, һөйгән йөрәктәрҙә
Була, тиеп, наҙҙар, йәм генә.


Ташлап киттең бер ни әйтмәйенсә,
Аңлатманың нимә булғанын.
Мин ни үҙем дөрләп утта янғас:
«Бәхетем – һин», – тиеп уйланым.


Яңғыҙ ҡалдым, ләкин үпкәләмәм,
Беләм, йән һөйгәнең мин түгел.
Тик осрашҡан һайын эстән генә
Бәхет теләп һыҡтар йәш күңел.

ҺОМАЙ.

Читайте нас: