+18 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Аҫыл затты кем маҡтар

Йәшлеккә аяҡ баҫҡан осорҙа һәр кем кисерә торған гүзәл хистәр был.

Миләүшә АБАЙҘУЛЛИНА һүрәте.
Фото:Миләүшә АБАЙҘУЛЛИНА һүрәте.

Әгәр күңелеңдә улар ҡуҙғалған икән, тимәк, ғүмереңдең яуаплы, ҡатмарлы мәленә килеп еткәнһең. Әммә йәшлектең иң матур йылдары алда әле. Ошо мәлгә һеҙ буй-һын гүзәллеге менән генә түгел, аҡыл, белем йәһәтенән дә һоҡланырлыҡ булып килһәгеҙ ине. Бының өсөн мөмкинлегегеҙ бар, ә үҫмер саҡта өйрәнгән, зиһенгә һеңгән нәмәләр ғүмер буйы онотолмай. Йыйып әйткәндә, өлгөрөү осоронда кешене ҡыҙыҡһындырған, уның өсөн мөһим нәмәләр күп төрлө. Ғаилә тормошона әҙерлек, саф тойғолар менән ярата белеү – ошо етди мәсьәләләрҙең береһе.Ә һин ярата беләһеңме?Бындай һорауға аптырап киттегеҙме? «Нисек ярата белмәй ти? Һөйгәнемде уйлап көнө-төнө уттар йотам!» – тиеүселәр ҙә булыр. Ә ысынлап уйлап ҡарайыҡ әле: һәр кем ихластан ярата беләме һуң? Әллә ҡайһы берәүҙәр үҙҙәрен генә яратамы? Бар бит ундайҙар ҙа, осрап тора.Заманалар еңелдән булмаһа ла, үҫмерҙәр хаҡында хәстәрлек күрелә. Өлкәндәр, ата-әсәләр хәлдәренән килгәнсә матур тәрбиә, төплө белем бирергә тырыша. Өҫтәүенә, йыш ҡына көйһөҙлөк-холоҡһоҙлоҡтарын аҡларға ынтылабыҙ: үҫмерлек осоро бит, йәнәһе. Ләкин бер нәмәне онотоп ебәрергә ярамай: кешене һәр төрлө ауырлыҡтар был ваҡытта ғына түгел, ғүмер буйына һағалап тора. Ә яйһыҙлыҡ килгән һайын (аҡса етмәй, мөхәббәттә бәхетһеҙ, берәй мәшәҡәт йонсота) бәлә һалырға ғәҙәтләнһәләр, улары кем генә көйләп бөтөрә алыр икән?! Артабан да иң тәү сиратта үҙен өҫтөн ҡуйып, үҙ файҙаһы өсөн генә йәшәргә күнегеп китмәҫме бындайҙар? Бик ихтимал. Әлбиттә, һеҙҙең һәр кемегеҙ гүзәл мөхәббәт хистәре кисереү хаҡында хыяллана. Тик ундай юғары тойғолар мин-минлекле, сабырһыҙ, буш күңелдәрҙә үҫеп сыға алмай. Әгәр кеше үҫмер саҡта йәнтөйәген, мәктәбен яратырға, ғәзиз ата-әсәһен, яҡындарын йәндәй күреп, хөрмәтләргә өйрәнмәһә, һуңынан үҙе һайлаған һөйгәнен бөтә йөрәктән үҙ итә алыуы, башҡаларға ипле-ихтирамлы булыуы бик шикле.Йәнә йәштән бүтәндәр хаҡында ҡайғыртырға, хәстәрләргә күнегә тороу бик мөһим. Сөнки тормошта йыш ҡына үҙ рәхәтеңдән тыйылып торорға, башҡалар өсөн ҙур мәшәҡәттәр күрергә тура килә. Шунһыҙ бәхетле мөхәббәт кисереп тә, матур ғаилә ҡороп та булмай.Йәшерен-батырын түгел, бәғзе берәүҙәр тормоштан гел уңайлыҡ талап итеп, кеше ғәйебен күреп үҫергә ғәҙәтләнә. «Әсәйем мине яратмай, гел эш ҡуша, кисен сығармай», «Мине дөрөҫ тәрбиәләмәгәндәр», «Ярлыбыҙ, шуға егеттәр (ҡыҙҙар) күҙ һалмай» тип дәғүә белдерәләр. Ә өйҙәгеләрҙең, өлкәндәрҙең хәленә кереү, кисерештәрен аңлап, хаталарын ғәфү итә белеү хаҡында уйлап та ҡарамайҙар. Шуға үҙ холҡоңдо тәнҡит күҙлегенән баһаларға өйрәнеү мөһим. Был – бик кәрәк сифат.Йәшәүҙе тәртипле алып барғанда күп нимәгә өлгөрөргә мөмкин: яҡшы уҡырға, теләгән түңәрәктә шөғөлләнергә, өйҙә ярҙамлашырға, ял итергә. Шул саҡта үҙеңдә ҡәнәғәтлек хисе һиҙерһең, юҡ-барға эсең бошмаҫ. Тимәк, һиндә сәләмәт әхлаҡ тәрбиәләнә тигән һүҙ. Бындайҙарға яуапһыҙ мөхәббәт тойғолары ла әллә ни фажиғә булып тойолмай, ә ул күңелде нурлап тороусы йылылыҡ, дәрт сы-ғанағына әүерелә.Бына шулай, саф йөрәктән ярата белеү, илаһи хис-кисерештәр бишегендә бәүелеү өсөн тормошҡа әҙерлекле, күркәм холоҡло, кешелекле булыу ҙа кәрәк. Ә ундайҙар һәр ерҙә маҡтаулы.Мөхәббәттең ысыны үҫмер саҡта уҡ ашығып килмәҫкә лә мөмкин. Ә барыбер тәбиғәттән бирелгән ошо тиңһеҙ затлы бүләктән берегеҙ ҙә мәхрүм ҡалмаҫ.

АҪЫЛТАШ апайығыҙ.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: