+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Бөткәнме ни үҙебеҙҙең ҡыҙҙар?

Егеттәргә

Бөткәнме ни үҙебеҙҙең ҡыҙҙар?
Бөткәнме ни үҙебеҙҙең ҡыҙҙар?

«Бәйләнештә» сайтында йәш дуҫтарым да бар. Яңыраҡ берәүһенең үҙ сәхифәһенә ниндәйҙер ҡыҙ менән үбешеп тор­ған фотоһын ҡуйыуын күреп аптыраным. Шунда уҡ баштан, эй, хәҙерге йәштәр ояла белмәй ҙә инде, тигән уй үтте. Һуңыраҡ Рәмилдең ҡыҙының исеме Оля икәнен белдем. Исеменән үк икенсе милләттән булыуын аңлаған­һығыҙҙыр инде. Егеткә – 16, ҡыҙға 14 йәш. Ныҡ дуҫлашҡандар икән. Ата-әсәләре лә был турала белә. Оляның әсәһе Рәмилде кейәү тип йөрөтә икән хатта. Ә егет иһә: «Был – минең ғүмерлек мөхәббәтем, унан баш­ҡа бер кемгә лә өйләнмәйәсәкмен», – ти. Эйе, ысынлап та, үҫмерҙәр бер-береһенә үлеп ғашиҡтыр, бәлки. Дуҫлыҡтарын ата-әсәләренән йәшермәйҙәр, күп ваҡыттарын бергә үткәрәләр. Ҡыҙ йышыраҡ егеттең өйөнә килә.
Бында уйланырға урын бар. Беренсенән, егет кешегә, был, – минең ғүмерлек мөхәббәтем, тип әйтергә иртәрәктер әле. Үҫмер ваҡытта кем генә ғашиҡ булмай ҙа, кем генә төн йоҡоларын йоҡламай һөйгәне тураһында уйламай?! Тормоштағы миҫалдарҙан күренеүенсә, үҫмер саҡтағы тәүге хистәр күберәк матур хәтирә булып ҡына хәтерҙә ҡа­ла (һирәк осраһа ла, оҙаҡ дуҫлашып йөрөп, өйләнешеүселәр ҙә юҡ түгел, әлбиттә). Икенсенән, мөһимерәк нәмәләр ҙә бар әле бында. Иғтибар иткәнһегеҙҙер: ҡыҙ һәм егет – икеһе ике милләттән. Үкенескә күрә, туған телен белмәгән йәштәр таныш­ҡанда милләткә ҡарап тормай шул. Кем белә, бәлки, ысынлап та, киләсәктә уның менән өйләнешеп ҡуйырһығыҙ, тик аҙаҡ үкенергә тура килмәһен.
«Их, әбейең менән рәхәтләнеп башҡортса һөйләшә-һөйләшә сәй эсһәң ине», – тип зарланғанын ишеткәйнем бер өлкән йәштәге ағайҙың. Уның ҡатыны беҙ­ҙеңсә белмәй шул, яйлап,тәмләп сәй эсергә лә яратмай. Йәш са­ғында ағай был турала уйламағандыр ҙа. Әммә олоғайғас, асылыңа ҡайтаһыңдыр, күрәһең. Ә Мәскәү кешеһенә кейәүгә сығып йәшәгән бер апайҙы үҙ балалары милләте менән атап рәнйеткәнен ишеткәйнем. Алла һаҡлаһын! Быныһы ла уларҙың әсә телен белмәүенән килеп сыҡҡан мәсьәлә инде. Ҡыҙҙар, егеттәр, нимә әйтергә теләгәнемде аңланығыҙмы? Һөйгәнегеҙҙе милләттәштәрегеҙ араһынан эҙләгеҙ. Бөткәнме ни үҙебеҙҙең ҡыҙҙар?!

Ф. БӘШӘРОВА.

Фото: ru.freepik.com

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: