+31 °С
Ясно
VKOKМакс

Үҙең булып ҡала бел

Әлфиәнең күңеле урынында түгел.

Үҙең булып ҡала белҮҙең булып ҡала бел
Үҙең булып ҡала бел

Йәйге каникулға ҡайт­ҡан ҡала егете Денисты осратҡаны бирле әллә ни булды, үҙ-үҙенә урын таба алмай йонсой. Был егеткә оҡшарға тырышып ниҙәр генә эшләмәй инде ул. Ҡалаға туғандарына ҡунаҡҡа барған саҡта ҡуйы, ҡара оҙон сәстәрен ҡырҡ­тырып, һарыға ла буятып ҡайтты. Моданан ҡалмайым, тип ата-әсәһенән әле тегенеһен, әле быныһын алдырырға тырыша. Тик атаһы ғына эшләп, әсәһе ике иге­ҙәк бәләкәй туғаны менән өйҙә ултырғас, кейем-һалымға аҡсалары етмәй. «Теләгән нәмәләреңде уҡыу йылы башында, ана, йәй буйы ҡараған картуф кеүек йәшелсәләреңде һат­ҡас, алырбыҙ», – тип кенә ебәрәләр.
Аңламайҙар шул Әлфиәнең хәлен, уға бит Денис тирәһендә уралған ҡупшы ҡыҙҙарҙан ҡалышмаҫҡа, оҡшатҡан егетен ҡаратыр өсөн уларҙан хатта артығыраҡ булырға ла кәрәк. Тик яйы ғына сыҡмай. Әле тегенеһен, әле быныһын эшләп, ололарға ярҙамлашып ҡына торғас, үҫтергән тырнаҡтар ҙа тиҙ генә һынып, йәмен юғалта. Етмәһә, һары сәстәр ҙә үҙ тәбиғи төҫөндә булмағас, йоҡарып, урыны-урыны менән Барби ҡурсағыныҡы төҫлө, һирәк-мирәк кенә булып күренеп торған кеүек. Шуға ла һәр киске уйын­ға сыҡҡан һайын яһалма тырнаҡтар йәбештереп, сәстәрҙе ҡабартып, бөҙрәләтеп, һылыу йөҙөнә байтаҡ ҡына макияж һылап сығырға тура килә. Әммә нисек кенә тырышмаһын, барыбер үҙенә ҡарата алмай Денисты, көн оҙонона тиерлек өйҙәге ваҡ-төйәк эштәр менән булышып арығанлыҡтан, оҙаҡлап йөрөй ҙә алмай. Ун икенән һуңға ҡалмаҫҡа, тип әсәләре лә тыл­ҡып ҡына торғас, һөйгәненә әйтер һүҙҙәрен дә әйтә алмай. Күберәк уйындарҙың ҡыҙған ғына мәлендә өйгә һыпыртырға тура килә. «Их, ҡайһы бер тиҫтерҙәрем кеүек өләсәйгә каникулға ҡунаҡҡа ғына ҡайтып, төш еткәнсе йоҡлап, ҡал­ған ваҡытыңды һыу инеп, ҡомда ҡыҙынып, иптәш ҡыҙ­ҙарың менән гәп һатып, донъяның тәмен, йәмен татып ҡына йәшәһәң ине лә ул», – тип хыялланып ала.
...Кисә бер күренешкә иҫе китте Әлфиәнең. Күршеләрендә үҙенән өс-дүрт йәшкә өлкән Айгөл исемле апай йәшәй. Йәшәй тип, Өфөләге юғары уҡыу йорттарының береһендә сит телдәр факультетында уҡып йөрөй. Оҙайлы ял, байрам, каникул көндәренә генә тыуған йортона ҡайта. Ғаиләлә берҙән-бер бала иркә, яһил, ялҡау була, тиһәләр ҙә, Айгөл улай түгел. Тырыш та, уңған да, аҡыллы ла, өҫтәүенә, һылыу ҙа. Етмәһә, әллә нисә йыл Денис кеүек ҡаланан ҡунаҡҡа ғына ҡайтып йөрөүсе Марат исемле фырт егет артынан ҡалмай. Кисә шулай күршеләре яғына ҡарап торһа, ул Айгөлдәр тапҡырына килеп туҡтаны. Яңы ғына баҡсанан сығып, аяҡ-ҡулдары тупраҡланған, йөҙөн саң баҫ­ҡан, башына яулыҡ ябынып алған һөйгәнен күреп, Марат кире боролоп китерме тиһә, киреһенсә, май ҡояшындай йылмайып, ҡыҙҙың бер алдына, бер артына сығып, көлөшә-көлөшә йылға буйына төшөп киттеләр.
Бөгөн Әлфиә түҙмәне, күршеһенән мөхәббәттәренең «сер»ен һораны. Айгөл башта уның һорауын аңламаны. Төшөнгәс, рәхәтләнеп көлдө лә:
– Бәй, уның бер ниндәй ҙә сере, айырым рецебы юҡ инде. Кешегә берәү оҡшай икән, шулай була ла ҡуя. Уны оҙонмо әллә бәләкәй буйлымы, ҡара йәки һары сәслеме, тип айырып ҡарап тормайһың. «Сибәрҙәр сибәр түгел, һөйгәндәр матур була», – тип әйтәләр бит әле, шуның кеүек, – тине.
Ҡайһы бер ҡыҙҙар егетенә йәки кумирына оҡшарға тырышып көлкөлө хәлдәргә лә ҡалып ҡуя. Танау япраҡтарын, телдәрен тиштереп, тәндәрен яфалайҙар. Ер йөҙөнә яуған һәр ҡар бөртөгө төрлө-төрлө булған кеүек, һәр кем үҙенсә матур. Егеттәр ҙә бит үҙҙәре артынан йүгергән ҡыҙҙарға көлөп кенә ҡарай. Уларға ла үҙ-үҙенә ышан­ғандар, ғорурҙар оҡшай. Һинең дә матурлыҡҡа ынтылыуың, үҙ асылыңды табырға тырышыуың һәйбәт, әлбиттә, тик нисек барһың, шулай булып ҡал. Ә ваҡыты еткәс, мөхәббәт тигәнең һине үҙе «ҡыуып» етеп, йөрәгеңде дөрләтеп, булмышыңды биләп алыр...
Айгөл менән һөйләшкәс, Әлфиәне алмаштырып ҡуйған кеүек булды. Үҙен оҡшатмаған егеткә ярайым, тип үҙ-үҙен юғалта яҙған икән дәһә.

Рәзинә ЗӘЙНЕТДИНОВА.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас