+15 °С
Облачно
VKOKTelegram

Һин дә һынап ҡара

Төрлөбөҙ төрлө инде.

Һин дә һынап ҡараҺин дә һынап ҡара
Һин дә һынап ҡара

Ә бына ҡыҙҙар һәм малайҙар араһында ниндәй айырма бар? Кемегеҙ әйтеп бирер? Бына беҙ 10 айырманы таптыҡ. Һин дә һынап ҡара әле. Ҡыҙыҡмы?

1. Иҫнәгәндә малайҙар ауыҙҙарын йоҙроҡ менән ҡаплай, ҡыҙҙар – ус төбө менән.
2. Берәй кешенең са­ҡырған тауышына ҡыҙҙар башын ғына бора, малай­ҙар бөтә кәүҙәләре менән әйләнеп ҡарай.
3. Ниндәйҙер етди мәсьәлә хәл иткәндә малайҙар эйәктәрен һәм муйындарын һыйпай, ә ҡыҙ­ҙар бармағына сәсен урай.
4. Теш таҙартҡанда ҡыҙ­ҙар бер ҡулдары менән билдәренә таяна, малай­ҙар аяҡтарын киң айырып ҡуйып, ҡулдары менән раковинаға тотона.
5. Ҡыҙҙарҙың йөрәге малайҙарҙыҡына ҡарағанда тиҙерәк тибә.
6. Берәйһенә сер һөйләгәндә ҡыҙ серҙәшенең ҡолағына эйелеп, ауыҙын усы менән ҡаплай. Ә малай кеше тауышын яйла­тып, бер аҙ эйелә төшә.
7. Үҙҙәренә оҡшаған әйбер күргәндә ҡыҙҙар: «Ой, иҫ киткес шәп», – тип ҡулдарын сәпәкәйләп ала, малайҙар иһә: «Ярайһы ғына әйбер», – тип ҡуя.
8. Малайҙар тын ғына уйлана, ҡыҙҙар үҙ алдына һөйләнә башлай.
9. Кейенгәндә ҡыҙҙар аҫҡы яҡтан кейенә башлай. Мәҫәлән, башта – итәк йәки салбар, унан кофта кейәләр. Ә малай­ҙар иһә иң тәүҙә – футболка, унан салбар кейә.
10. Малай ҡыҙға оҡшар­ға теләһә, аҡыллы булып ҡылана, ә ҡыҙ, киреһенсә, ахмаҡ ҡиәфәтенә инә.

Фото: wpten.ru

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас