+15 °С
Облачно
VKOKTelegram

Егеттәр нисек уйлай икән?

Бер ҡыҙ менән дуҫлашып йөрөйбөҙ.

Егеттәр нисек уйлай икән?Егеттәр нисек уйлай икән?
Егеттәр нисек уйлай икән?

Ул минән ике йәшкә бәләкәйерәк. Мәктәптән һуң көн дә тиерлек осрашабыҙ. Атай-әсәйҙәребеҙ ҙә беҙҙең дуҫлыҡ тураһында белә. Матур ҡыҙ ул, миңә оҡшай. Әммә яңыраҡ ҡыҙыҡ ҡына бер хәл булды. Икәүләп дискотекаға барғайныҡ, Карина бәләкәй сумкаһын миңә тоттороп ҡуйҙы. Бер саҡ талғын көй ҡуйғайнылар, һөйгәнем әллә ниндәй таныш бул­маған егет менән бейергә төштө лә китте. Мин, ток һуҡҡан кеүек, аптырап тороп ҡалдым, шунан аңыма килеп, сумкаһын атып бәр­ҙем дә ҡыҙыу баштан ҡайттым да киттем. Ә, бәлки, уларҙың бейеп бөткәнен тыныс ҡына ҡарап торорға кәрәк булғандыр?! Юҡ инде, ғәфү итегеҙ. Башҡаса осрашмаясаҡмын уның менән!
Дуҫлашам, тиһәң, ҡыҙҙар күп ул. Күптәнге танышым менән осрашып һөйләшә башланым. Әммә Карина тынғылыҡ бирмәне. Бер көндө үҙе килеп, инәлеп ғәфү үтенде. Уның менән аралашыуы ҡыҙыҡ шул. Яңынан мөнәсәбәттәр һәйбәтләнде. Әммә киләсәктә ни булыр, әйтеп булмай. Минең уйлауымса, Карина– еңел-елпе холоҡло ҡыҙыҡай. Ышанысым кәмегән уға. Әле осрашып йөрөһәм дә, уның кеүекте ғүмерлеккә һайларға кәрәкмәйҙер. Әллә ысынлап яратһаң, бер нәмә лә кәртә булмаймы икән? Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, егеттәр?

ТАҺИР.

А. ЯХИН фотоэтюды.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас