

Салауат Юлаев исемендәге мәҙәниәт һәм ял итеү баҡсаһында урынлашҡан ул. 1959 йылда уҡ барлыҡҡа килгән. Ни өсөн шулай атағандар, тиһегеҙме? Туй көнөндә ғашиҡ парҙар үҙҙәренең исемдәре яҙылған йоҙаҡтарҙы шул аҫылмалы күпергә элеп, бикләп ҡалдыра башлаған. Ғаилә тормошоноң ныҡлығына, бәхеткә лә юрағандар быны.
Фото: likes.ru