

Өйҙәрендәге бер төрлө тормош ялҡытҡайны уны. Юҡ, мәктәпкә барманы, һөнәрселек училищеһын һайланы. Көҙ еткәс, яҡындағы ҡалала тегенселеккә уҡый башланы. Әсәһе ҡул эшенә өйрәтмәһә лә, мәктәптә хеҙмәт дәрестәрендә ошо һөнәр оҡшап ҡалғайны. Ниңә, бәлки, оҫтарып китһә, шәхси заказдар буйынса ла эшләр әле. Шулай һәүетемсә генә уҡый башланы. Бер бүлмәлә йәшәгән ҡыҙҙар унан өлкәнерәк булып сыҡты. Бөтәһе лә мәктәпте тамамлаған икән. Береһенә – 18, икәүһенә – 19 йәш. Уларҙың, әлбиттә, ҡыҙыҡһыныуҙары ла бүтәнсәрәк. Егеттәр тураһында ла күп һөйләшәләр. Ял көндәрендә тусовкаларға йөрөйҙәр. Уныһы берәй буш фатир табып, шунда күңел асыу була инде.
Бер көндө Виканы ла үҙҙәре менән саҡырҙылар. Ҡыҙ тәүҙә баҙап ҡалды. Шулай ҙа ризалашты. Аҙналар буйы ятаҡта ятып булмай ҙа инде. Ә ауылға бик ҡайтҡыһы килеп тормай. Әсәһе менән борсаҡтары бешмәй. Уныһы, бик йыш булмаһа ла, эсергә ярата, шуныһына йәне көйә Виканың. Ярай, фатирға барғандан нимә булыр тиһең, тип уйланы ул.
Ә унда, баҡһаң, егеттәр ҙә күп икән. Әллә парлап йыйылғандар инде. Вика һанап ҡарағайны, ысынлап та, биш егет, биш ҡыҙ. Аңланы, анау берәүһенә иптәшкә тип алып килгәндәр. Ҡарап тороуға нисауа күренә. Һөйкөмлө генә. Исеме Дамир икән. О-о-о, бында өҫтәл дә әҙерләгәндәр: һыра, чипсы, төрлө һуттар, хатта салат та бар. Тәүҙә ултырып ашап-эсеп алдылар. Виканың, әлбиттә, һыраны тәмләп ҡарағаны бар ине, әле лә әҙ генә эсте. Башы әйләнеп киткәндәй булды. Эргәһендә ултырған ҡыҙҙар ҙа күңелләнеп алды. Шунан икенсе бүлмәгә саҡырып, Виканы кальян менән таныштырҙылар. Быныһын инде күпме көсләһәләр ҙә, татып ҡараманы. Артабан бейеүҙәр китте. Ҡыҙ өсөн был мөхит сит ине. Бүлмәһенә ҡайтҡыһы килде. Бер мөйөштә эсе бошоп байтаҡ ултырғас, Дамирға ҡыҙҙы оҙатып ҡуйырға ҡуштылар. Шунда егет менән яҡынданыраҡ таныштылар ҙа. Әммә ятаҡҡа килһәләр, уныһы бикләнгән булып сыҡты. Бәй, хәҙер нимә эшләргә? Төндө урамда үткәреп булмай ҙа инде.
– Әйҙә, беҙгә барып йоҡла ла иртәгә ҡайтырһың, ҡурҡма, әсәйемдәр өйҙә юҡ, апайым ғына. Хәлде үҙем аңлатырмын, – тине Дамир. Апаһы өйҙә булғас, мөмкин инде, тип уйланы ҡыҙ. Башҡаса бүлмәләштәре менән аулаҡҡа йөрөмәйәсәк. Тик бына Дамир оҡшап төштө бит әле. 21 йәш икән уға. Эшләп йөрөй. Үҙе былай һәйбәт кенә күренә, хөрмәт итеп тора кеүек. Ә Викаға ни бары – 16 ғына. Биш йәш айырма. Тик ҡыҙыҡһыныуҙары тура килмәгәнен ҡыҙ аңламай ине. Егеткә инде өйләнергә лә мөмкин, ә Вика балиғ булмаған әле.
Дамир матур итеп иғтибар күрһәтеп, киноға алып барып, үҫмерҙең һөйөүен яуланы. Бығаса бындай йылы мөнәсәбәт ҡыҙға ҡарата бер кемдән дә булмағас, эҫенде лә китте. Йыш осраштылар. Виканың ауылға бөтөнләй ҡайтҡыһы килмәй ине. Хатта оҙайлы ялдарҙа ла ҡалала ҡалды.
Бер саҡ Вика ауырлы, егете кәләш итеп алырға риза, тигән хәбәр таралды. Әлбиттә, туғандарына быны ишетеүе еңел түгел ине. Бала ғына бит әле, етмәһә, тегенеһе икенсе милләттән. Әрләүҙән дә файҙа юҡ. Бер юл ҡала: баланан ҡотолоу… Ҡыҙҙың тормошонда бына шундай аяныслы хәлдәр булды. Киләсәктә матур ғаилә ҡороп, балалар үҫтереү бәхете тейерме икән уға – әйтеүе икеле. Аборттан һуң күптәр түлһеҙ ҡала, тиҙәр бит.
Ни өсөн былай булды һуң әле? Ниңә ҡыҙ иртә енси яҡынлыҡҡа инде? Психологтар әйтеүенсә, бигерәк тә ата-әсәһенең ярҙамына, йылы хистәренә, һөйөүенә мохтажлыҡ кисергән үҫмерҙәр шундай юлға бара икән. Һеҙ ҙә хаталанып ҡуймағыҙ. Аҙаҡ үкенерлек булмаһын.
ГӨЛНИСА.