+20 °С
Ясно
VKOKTelegram

Егет логикаһы

Гүзәл заттар өсөн

Егет логикаһыЕгет логикаһы
Егет логикаһы

Һөйгән егетеңде ҡайһы саҡта аңламай китәһеңдер, эйеме? Уның уй-фекерҙәре ҡыҙҙарҙыҡынан айырыла шул. Түбәндәге кәңәштәрҙе хәтереңдә тотһаң, үҙ-ара бәйләнешегеҙ ал да гөл булыр.

*Егет кеше, «эйе» йәки «юҡ», тип ҡыҫҡа һәм аныҡ яуап бирергә ярата. Һорау бирһәң, күп һүҙгә өмөт итмә. Ҡыҫҡа ғына яуап көт.
*Ситләтеп әйтелгән һүҙҙе ул һис аңламаҫ. Шуға күрә тураһын һөйлә.
*Спорт, техника, киноны үҙ итә. Магазин буйлап кейем-һалым ҡарап йөрөү уның өсөн түгел.
*Әгәр ҙә кәйефең насар икән, дуҫлашып йөрөгән егетеңә шылтыратма, әхирәтең менән һөйләш. Егет кеше һине ныҡ йәлләһә лә, эсендәген тышҡа сығармаҫ. Унан йыуатыу һүҙе ишетмәҫһең.
*Нимәлер тураһында һүҙ көрәштереп алғанһың икән, кисәгене бөгөн иҫеңә төшөрмә. Уның хәтере ҡыҫҡа. Был турала ул күптән онотҡан.
*Һинең, ысынлап та, ниндәйҙер һорауға яуап алғың киләме? Һора. Тик ул ҡанатлы һүҙҙәрһеҙ, күҙеңә туп-тура ҡарап яуап бирәсәк.

Фото: sueveriya.ru

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас