+18 °С
Облачно
VKOKTelegram

Осрашыу

Урамда аяҡ кейемдәрен рәтләүсе, таҙартыусы янына бер егет килеп ултыра.

ОсрашыуОсрашыу
Осрашыу

Ул үҙенең ботинкаларын ялтыратыуын һорай. Шул ваҡытта хәле бөтөп йүгереп бер ҡыҙ килә һәм егеттән сиратһыҙ үткәреүен үтенә. Баҡһаң, уның туфлийының үксәһе ҡубып төшкән, ә үҙе осрашыуға һуңға ҡала икән. Егет:
– Мин дә ашығам, – ти.
Ҡыҙыҡай:
– Миһырбанлыраҡ булыр инегеҙ әҙерәк, – тип ныҡышып ҡарай, инәлеп һорай:
– Зинһар өсөн, үтенесемде кире ҡаҡмағыҙ инде, бәлки, шул бер нисә минут эсендә минең бәхетем хәл ителәлер, – ти.
Ә егет:
– Һеҙҙе кемдер көтә тип, ни эшләп мин юл бирергә тейеш әле, – тип һаман бирешергә теләмәй, хатта: – Әгәр миңә оҡшаһағыҙ инде, икенсе мәсьәлә… – тип тә ысҡындыра.
Шул ваҡытта ҡыҙ итексенән:
– Салауат Юлаев һәйкәленә йәйәү барып етер өсөн нисә минут китә? Бер минуттан мин унда булырға тейешмен, – тип һорай.
Егет кеше шул саҡ ағарып китә һәм тотлоға-тотлоға:
– Һеҙ Лилиәме? – тип уға ҡарай.
– Нисек? Был һеҙме? Хушығыҙ һәм миңә бүтән шылтыратмағыҙ! – тип ҡыҙ йүгереп китә.
– Өс ай буйына телефондан ғына аралаштыҡ. Ул миңә шул тиклем оҡшай ине. Саҡ осрашыуға күндергәйнем үҙен… – ти егет итексегә.
Бәхетегеҙҙе юғалтҡығыҙ килмәһә, таныш­тарға ғына түгел, ә бөтә кешеләргә ҡарата ла иғтибарлы һәм ихтирамлы булығыҙ.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас