

«Йәншишмә»гә яҙыуымдың да сәбәбе бар. Бала саҡта үҙем дә гәзиттең йәш хәбәрсеһе булдым. Әле лә даими уҡып барам. Мәктәп тормошонан мәҡәләләр ҙә яҙып торам. Был юлы ла үҫмерҙәргә әҙме-күпме кәңәштәр бирергә уйланым. Бәлки, егеттәр, ҡыҙҙар ҡолаҡ һалыр.
Ата-әсәләренән йыраҡта йәшәгән уҡыусылар йыш ҡына минең менән серҙәрен уртаҡлаша. Йәш саҡтағы серҙәрҙең нәмә икәнен беләһегеҙҙер инде. Эйе, тәүге хис-тойғолар хаҡында улар.
Күберәк туғыҙынсы синыфта уҡығанда башлана ҡыҙҙар менән егеттәр араһындағы ныҡлы дуҫлыҡ. Синыф етәксеһе булараҡ, һиҙеп, күреп йөрөйөм.
Бер ваҡыт синыфтағы иң сая, үткер сибәркәйгә баҫалҡы ғына, тыныс егеттең күҙе төшкән. Хәйер, бер уға ғына түгел, ә күптәргә оҡшай ине ул ҡыҙ. Бөтә ергә өлгөрә, әүҙем, һәйбәт уҡый – ут инде. Әммә әлеге егеткә тиң түгел. Сөнки үҙенең энергияһы менән өтөп алып барасаҡ, яндырасаҡ. Уның янында егет үҙен кәм тоясаҡ. Күңел тигән нәмәгә етешһеҙлектәр инеп оялаһа, ҡотолормон тимә.
Шуға ипләп кенә теге егет менән асыҡтан-асыҡ һөйләшеп ҡарарға булдым. Ата-әсәләре эргәләрендә юҡ бит, кемдер кәңәш бирергә тейеш тә, тип уйланым. Егет мине аңланы. «Үҙем дә шундайыраҡ фекерҙә инем», – тине. «Синыфта аҡыллы, баҫалҡы ҡыҙҙар күп бит», – тип берәүһен атаным, күңеленә ойотҡо һалып ҡуйҙым. Теге ҡыҙ менән дә һөйләштем. Әлеге егетте уға маҡтаным. «Ҡыйыуһыҙыраҡ, үҙең башлап өндәш», – тинем.
Күпмелер ваҡыт үткәс, ҡарайым, былар һөйләшеп йөрөй башланы. Сараларҙа бергә булырға тырышалар. Икеһе лә шундай бәхетле, йөҙҙәре балҡып тора. Мәктәпте тамамлағансы шулай дуҫлашып йөрөнөләр.
Артабан яҙмыштары нисек булды, тиһегеҙме? Мине туйҙарына саҡырҙылар аҙаҡ. Бәхетле йәшәп яталар.
Бына шулай. Бәхет бит ул эргәгеҙҙә генә йөрөй. Күрә белергә генә кәрәк. Буй етмәҫлек матурлыҡҡа ынтылғансы, янығыҙҙағы һөйкөмлө, яғымлы, ябай, әҙәпле ҡыҙҙарҙы ҡулығыҙҙан ысҡындырмағыҙ. Быныһы – егеттәргә әйтер һүҙем. Киләсәккә тормош юлдашы итеп һайларлыҡ ҡыҙҙарҙы бергә уҡыған йәштәштәрегеҙ араһынан эҙләгеҙ. Бигерәк тә интернатта йәшәгәндә бер нисә йыл эсендә һәр кешенең холҡо ла, тәртибе лә асыҡ күренә.
Ҡыҙҙарға ла әйтер кәңәшем шундай уҡ. Ғүмер итерлек тормош иптәштәрен мәктәп йылдарында табырға тырышығыҙ. Матурлыҡ туйҙа ғына кәрәк. Артабан донъя көткәндә кешенең һәйбәт холоҡло, тырыш булыуы мөһим. Шуға иғтибар итегеҙ.
Бер-береһен табырға ярҙам иткән парҙар күп кенә булды. Улар аҙаҡ туйҙарына саҡырып, рәхмәт әйтте. Шөкөр, барыһы ла матур йәшәп, балалар үҫтерә. Уҡып, юғары белем дә алдылар.
«Йәншишмә» уҡыусыларын да, моғайын, әлеге һөйләгәндәрем уйға һалыр. Әсәйҙәрсә биргән кәңәштәремә битараф ҡалмаҫһығыҙ, тип уйлайым. Берүк яңылышып ҡуймағыҙ. Тирә-яғығыҙға иғтибарлыраҡ булығыҙ. Янығыҙҙа ғына бәхетегеҙ йөрөйҙөр, бәлки, күрмәй ҡалмағыҙ.
Сәлимә АБЗАНОВА
(исемемде үҙгәртеп яҙам).