

Ярҙам һорап минән үтендең.
Белһәң ине, ошо минуттарҙа
Бигерәк йәл булып күрендең.
Йыуатаһым килде һине шул саҡ,
Алып һине, йәнем, ҡосаҡҡа.
Тик ғәфү ит, был һис мөмкин түгел,
Бер-беребеҙҙән беҙ бит йыраҡта.
Һин үҙең дә ҡурсаланың мине,
Йылы һүҙең булды йәнгә дауа.
Осрашырбыҙ оҙаҡламай тағы,
Тик әҙ генә көтәһеләр ҡала.
Йөрәккәйем әрнеп-янған саҡта
Мохтаж күңел йылы һүҙҙәреңә.
Күргем килә, онотолоп ҡарап
Һөйөү тулы наҙлы күҙҙәреңә.
Бәхетлемен, рәхмәтлемен, йәнем,
Яратамын һине өҙөлөп.
Һиңә бағышланған ошо шиғыр
Тыуҙы бөгөн йәшкә төрөнөп...
Таңсулпан ИБРАҺИМОВА.
Фото: crbusman48.ru