+20 °С
Облачно
VKOKTelegram

Хисле уйҙар осто һауаға

Ҡышым булып килдең яндарыма,

Хисле уйҙар осто һауағаХисле уйҙар осто һауаға
Хисле уйҙар осто һауаға

Көндөң йәмләп һәр бер минутын.
Ҡояш ҡына түгел, моңһоу ай ҙа
Күпкә яҡты итте үҙ утын.

Күктән аҡ ҡар ергә килеп ятһа,
Хисле уйҙар осто һауаға.
Миҙгелдең нурҙарға ҡойоноуы
Гөл-сәскәле яҙға оҡшаған.

Хыял ғына түгел, Ҡош юлы ла
Этәрҙеләр һинең яныңа.
Күҙҙәр диңгеҙендә йөҙгән шатлыҡ
Хатта һыймай китә ярына.

Ҡышым булып индең йөрәгемә,
Яҙ үрерһең гөлдәр бәйләмен.
Йәйен һандуғасым моңон йыйып,
Мин һағышлы көҙҙө йәмләрмен.

Әлегә ҡыш, таңдан кискә хәтле
Һыуыҡ буран ерҙә уйнаҡлай.
Юрғанына күптән урар ине,
Беҙҙең янға килер юл тапмай!

ҺОМАЙ.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас