+23 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Мөхәббәттең һүнмәй ысыны

Ҡыҙҙарға

Мөхәббәттең һүнмәй ысыны
Мөхәббәттең һүнмәй ысыны

Егетең һине яратамы икән? Был турала һәр ҡыҙ уйланалыр. Ә һин уның ҡыланыштарына, ҡылыҡтарына иғтибар ит. Юҡҡа ғына кеше тура­һында башҡарған эштәренә ҡарап фекер йөрө­төгөҙ, тимәйҙәр бит.
Ҡайһы бер нәмәләрҙе, мәҫәлән, хистәрҙе йәшереп булмай. Өләсәйҙәр заманынан таныш бер миҫалды ғына алайыҡ: әгәр берәй малай мәктәптән ҡайтҡанда сумкаңды тота икән, тимәк, ул һиңә ҡарата битараф түгел. Ғашиҡ егет һәр ваҡыт ҡыҙы тураһында хәстәрлек күрә. Һалҡын булһа, яурыныңа курткаһын һала йә күләүектән күтәреп сығара.
Яратҡан егет һөйгәненә һәр ваҡыт иғтибарлы була. Кәйефең юҡлығын да һиҙеп тора. Әйтәйек, берәй урын йә компания һиңә оҡшамағанын белеп ҡалһа, шунда уҡ икенсе ергә алып китәсәк.
Ул һинең тормошоң менән ныҡ ҡыҙыҡһына. Көнөңдөң нисек үтеүе, яңылыҡтарың, пландарың тураһында даими һорашып тора. Айырылышыуығыҙға аҙ ғына ваҡыт үтә, һағынып та өлгөрмәй­һең, ул, юҡ сәбәпте бар итеп, һиңә шылтырата йә СМС-хәбәр ебәрә.
Ғашиҡ егет ҡыҙына гел генә ҡағылырға тырыша: сәсенән һыйпай, кейемендә берәй сүп йә саң ос­тоғо күреп ҡалһа, уны алып ташлай.
Күҙҙәре лә һата һөйгәнеңде. Яратһа, ҡараштарығыҙ осрашҡас, күҙҙәре ҙурайып китә. Ҡарашын ситкә алыуы ла ихтимал.
«Яратаһыңмы?» – тигән һорауыңа шунда уҡ: «Эйе»,– тип яуап ҡайтара. Ә оҙағыраҡ өндәшмәй торһа, уйланырға урын бар.
Тәүге һөйөү – эскерһеҙ саф хистәр. Шулай ҙа, ҡыҙҙар, беренсе мөхәббәттең яуапһыҙ булыуы ла мөмкин икәнен, уның һәр осраҡта ла дуҫлашыу, ҡауышыу менән тамамланмауын да онотмағыҙ.

Фото: www.behance.net

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: