+28 °С
Облачно
VKOKTelegram

Бәхет

Мин бит һине күктән эҙләмәнем,

БәхетБәхет
Бәхет

Эҙләмәнем ағын һыуҙан да.
Тик табылдың миңә йондоҙ булып,
Хыялдарҙы күпме ҡыуһам да…
Йондоҙ булып ерҙә табылдың шул,
Ҡалдырҙың да алыҫ йыһанды,
Минең өсөн, бары миңә генә
Һөйөү гөлләмәһен йыйғанһың.
Ниндәй бәхет – бергә-бергә гел дә
Атлауҙары уртаҡ юлдарҙан.
Хистәр ҡайнарлығы түгеләлер
Етәкләшкән беҙҙең ҡулдарҙан.

ҺЫУҺЫЛЫУ.

Фото:

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас