+20 °С
Облачно
VKOKTelegram

Бәхет килһен

Тыумаҫ ине серле мөғжизәләр,

Бәхет килһенБәхет килһен
Бәхет килһен

Атмаҫ ине бәхет таңдары,
Ғашиҡтарһыҙ ошо Ер йөҙөндә
Булмаҫ ине донъя йәмдәре.

Кемдер йөҙә һөйөү диңгеҙендә,
Бәхетенән шашып, иҫереп,
Ә парһыҙҙар өмөтләнеп көтә
Шундай гүзәл мәлдең килерен.

Шатлыҡ алып килсе, эй, Мөхәббәт!
Һыҙландырма кеше күңелен.
Йәш парҙарҙы күреп, ғәзиз ерем
Бәхеттәргә генә күмелһен.

ҺОМАЙ.

Фото:https://yandex.ru/images/search?from=tabbar

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас