+23 °С
Облачно
VKOKTelegram

Мин ғашиҡмын

Йөрәгемә тулған хистәремде

Мин ғашиҡмынМин ғашиҡмын
Мин ғашиҡмын

Тыйып тотоп булмай һис кенә.

Бәйгеләрҙә сапҡан ярһыу аттай,

Айбарланып алға талпынам.

Ғашиҡ булыуҙарым ошо микән?

Һине күрһәм, ярһый күңелем.

Ә яңғыҙым ҡалһам, ултырамын

Хыял-уйҙарыма күмелеп.

Мөхәббәттең сатҡылары булып,

Йөрәгемдә тыуа һөйөү-йыр.

Саф тойғоларыма ышанмаһаң,

Хоҙай үҙе беҙҙе айырыр.

АЛТЫНАЙ.

Фото:https://yandex.ru/images/search?text=%D0

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас