

Яңғыҙ айға ҡарап моңланам.
Хыялымда ап-аҡ толпар менән
Һөйгәнемә табан юл алам.
Иңдәремә ҡанат үҫкән һымаҡ,
Шат ҡошсоҡтай тоям үҙемде.
Һис сыҡмайһың минең уйҙарымдан,
Ҡай саҡ һағыш сорнай күңелде.
Хыялымда йөҙөп үтә төнөм,
Күҙ алдымдан китмәй ҡарашың.
Йөрәгемә һүнмәҫ ялҡын һалдың,
Бәхет ҡошом, күңел ҡояшым.
Юлиә ӘХМӘТЙӘНОВА.