

Ошо кистә бергә ҡауышты.
Көтмәгәндә юлдар осрашты ла
Бер-береһен улар табышты.
Әйтерһең дә, бары икәү генә
Ҡалған төҫлө яҡты донъяла.
Мөхәббәттең утлы ярсыҡтары
Ҡаҙалғандыр, ахыры, уларға.
Яратыу – ул шундай көслө тойғо,
Әсирлеккә ала йөрәкте.
Бары һөйә белгәндәргә генә
Хоҙай бирә ундай бүләкте.
Тәнзилә ТАҺИРОВА.
Йылайыр районы, Һабыр ауылы.