+28 °С
Болотло
VKOKМакс

Ҡәҙерле валентинка

Элекке открытка, хаттар һалынған ағас ҡумта минең өсөн ныҡ ҡәҙерле. Әллә күпме хәтирәләр, яҡты иҫтәлектәр һаҡлай бит ул. Бына әле лә ҡумтаны асыу менән аҡ күгәрсендәр төшкән йөрәк-валентинка күҙгә ташланды. Беҙҙең мөхәббәт тарихын һаҡлаған был ҡәҙерле открытҡаны ҡулыма алдым, күңелем үҙенән үҙе шул мәлдәргә алып ҡайтты...

X синыфта уҡып йөрөгән сағым. Мәктәптә Ғашиҡтар көнөнә арналған кисә ойошторҙоҡ. Йыл да был байрам алдынан «Мөхәббәт почтаһы» тигән яҙыулы йәшник элеп ҡуялар. Күҙ атып йөрөгән кешеңә һөйөү һүҙҙәрен еткереү өсөн иң ҡулайлы мәл булған был көн еткәнен көтөп ала инек.
Кисә аҙағында алып барыусылар йәшникте асып, йөрәк-валентинкалар­ҙы тарата башлағас, үҙемдең исемемде ишетеп бер аҙ баҙап ҡалдым. Быға тиклем дуҫлашҡан егетем булмағас, ундай открытканы көтмәгәйнем дә. Кемдән булырға мөмкин һуң? Ҡыҙыҡһыныуымды еңә алмай, шунда уҡ конвертты асырға керештем. Беҙҙән ике синыфҡа түбән уҡыған тәпәшәк буйлы Булат яҙған булып сыҡты.
– Ярата, имеш! Бала саға бит ул! – асыуым килеп, открытканы әхирәтем Айгүзәлгә һондом. Ул да мине хупланы:
– Тапҡан кемгә яҙырға! Үҙенең йәшендәге ҡыҙға яҙһа, бер хәл...
Дискотека башланғас, егеттәр менән һөйләшеп торған Булатты эҙләп табып, открыткаһын киренән ҡулына тоттороп та киттем. Йәнәһе, уның мине яратырға хоҡуғы юҡ. Был хәлдән уңайһыҙланған егет, йөрәк-валентинканы кеше күреп ҡалғансы типме, тиҙ генә кеҫәһенә һалып ҡуйҙы, үҙе оялышынан ҡыҙарып бешкән алмаға оҡшап китте.
Инде мәсхәрәгә ҡалғас, минең яҡҡа бүтән әйләнеп тә ҡарамаҫ кеүек ине. Әммә оялсан ғына күренһә лә, ныҡыш булып сыҡты ул. Дәрестән сыҡҡанды көтөп тора, юлдарыбыҙ икеһе ике яҡҡа китһә лә, сумкаңды күтәрешәм, тигән булып, эйәреп алды. Тәүҙә ныҡ асыуым килде. Шунан әхирәтем менән юрамал үҙенән көлөп, икебеҙҙең дә сумкаларҙы ташыта башланыҡ. Шуға ла риза ине ул. Китап араһына һалып киткән запискаларына ҡайҙа ти ул яуап яҙыу. Әлбиттә, мөхәббәте яуап­һыҙ булды. Нисек тә унан көлөргә, мәсхәрәләргә, үҙемдән биҙҙерергә тырыштым. Минең хыялымдағы егет әкиәт батырылай ғорур, ҡара ҡашлы, оҙон буйлы, мыҡты кәүҙәле, ҡыйыу булырға тейеш тә баһа! Ә был бөтөнләй ундай түгел, буйы ҡыҫҡа, үҙе оялсан, етмәһә, ике йәшкә бәләкәй!
Йылдар үтә торҙо, мәктәпте тамамлап, юғары уҡыу йортона уҡырға индем. Бала саҡтағы был ваҡиға ла, артымдан йүгереп йөрөгән ғашиҡ Булат та онотолдо.
Әммә бер көтөлмәгән осрашыу барыһын да хәл итте.
...Ҡышҡы каникул ваҡытында ауылға ҡайтҡан студенттарҙы йыйып, мәктәптә уҡыусылар менән осрашыу үткәрҙеләр. Мин дә барҙым. Ә унда оҙон буйлы, ыҡсым кейемле, йылмайып торған Булатты күргәс, аптырап ҡалдым. Мәктәпте бөтөп, ситкә сығып киткәндән бирле бөтөнләй күргәнем юҡ ине үҙен. Танымаҫлыҡ булып үҙгәргән. Тик ҡараштары ғына һаман да элеккесә, һаман да йылылыҡ бөркөлә, тигән уй йүгереп үтте башымдан, шунан үҙ уйҙарымдан үҙем оялып, ҡыҙарып киттем.
Ҡасандыр үҙемде өҫтөн ҡуйып, уның хистәре менән уйнауымды хәтерләү шул тиклем ҡыйын ине. Булат алдында үҙемде ғәйепле итеп тойҙом. Ә ул, бер ни булмағандай, уйнап-көлөп хәбәр һатты, һәр береһе менән ихлас аралашты. Мин генә мәктәп йылдарын иҫләп, үҙемде ҡулға ала алмай аҙап­ландым. Сара йыр-моң менән үрелеп барҙы. Булаттың гитара тотоп, сәхнәгә сығып баҫыуын күргәс, бөтөнләй аптыраным. Ҡайһылай матур йырлай икән! Тауышы иҫ киткес моңло! Уның бындай һәләте барлығын тәүге күреүем ине. Ниңә элек йырламағандыр? Теге саҡтағы тәпәшәк малай менән был егет бөтөнләй икеһе ике кеше тиерһең! Вәт, әй! Ваҡыт тигәнең шул тиклем үҙгәртә алыр икән!
Ҡыҫҡаһы, мәктәптәге был осрашыу­ҙан һуң мин бөтөнләй икенсе кешегә әйләндем. Уйҙарыма үҙем хужа түгелмен һымаҡ. Күңелем ҡайҙалыр талпына, гел йылмайғы килә. Ғашиҡ булыуҙары шулай булалыр, күрәһең. Минең үҙгәреште әхирәттәрем дә һиҙмәй ҡалманы. Быға тиклем дуҫлашып йөрөгән егетем менән ташлаш­ҡайныҡ. Уның хаҡында уйлап та ҡарағаным юҡ. Ә бына Булат бер генә минутҡа ла баштан сыҡмай. Элегерәк тап уға ғашиҡ булып йөрөйәсәкһең, тиһәләр, бер ҙә генә лә ышанмаҫ инем. Мөхәббәт, ысынлап та, утлы йәшен кеүек икән ул. Уйламағанда ғына йөрәкте ялмай.
Осрашыуҙа төшкән фотоларҙы ебәрәм, тигән һылтау менән «Бәйләнештә» селтәрендә Булаттың сәхифәһен эҙләп табып, дуҫ булып өҫтәлдем. Яҙыша башланыҡ. Тәүҙә хәл-әхүәл һорашыуҙан, шаяртып һөйләшеүҙән үтмәне аралашыуыбыҙ. Ҡасандыр уның йөрәген яралауымда ғәйепле булыуымды белһәм дә, оялып, был хаҡта һүҙ ҡуҙғатманым. Тик был хәл һәр саҡ күңелде өйкәп торҙо. Башта телефондан аралашып торғандан һуң, осрашыуға саҡырҙы, дуҫлыҡ тәҡдим итте.
– Ҡасан да булһа бергә булырыбыҙға ышанғайным. Бер нисә ҡыҙ менән дуҫлашып ҡараным, әммә һине яратҡан һымаҡ берәүҙе лә ярата алмайым. Беренсе мөхәббәт онотолмай икән, – тине ул күҙҙәремә ҡарап һәм ҡулыма теге ваҡытта яҙған һөйөү валентинкаһын тотторҙо. Күпме йылдар был открытканы юғалтмайынса һаҡлауын әйт әле! Бала саҡ йүләрлеге менән йөрәген яралағаным өсөн ғәфү үтенгәс, күңелемә рәхәт булып ҡалды. Өҫтән ауыр йөк төшкәндәй, еңеллек тойғоһо кисерҙем.
Булат менән оҙаҡ ҡына дуҫлашып йөрөнөк беҙ. Ә хәҙер ул – минең һөйөклө тормош иптәшем, балаларыбыҙҙың яратҡан атаһы.
Бына шулай, дуҫтар! Тәпәшәк буйлы, оялсан малайҙарҙан да бер күреүҙә ғашиҡ иттерә алырлыҡ егеттәр үҫеп сыға икән. Минең һымаҡ үҙегеҙҙе әллә кемгә һанап, аҡ толпарҙа елеп килгән әкиәт батырын көтөп, янығыҙҙа ғына йөрөгән бәхетегеҙҙе ҡулдан ысҡындырмағыҙ, иң мөһиме, рәнйетә күрмәгеҙ! Мөхәббәт йәшкә ҡарамай ул! Беҙҙең мөхәббәт тарихы һеҙгә лә һабаҡ булһын.

ГҮЗӘЛ АПАЙ.

Фото: https://yandex.ru/images/search?tex

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас