

Һин алыҫта минән, һөйгәнем.
Ҡайтырыңды көтөп көндәр һанай
Мөхәббәткә тулған йөрәгем.
Айлы төндә икәү етәкләшеп
Йөрөгән сағыбыҙҙы һағынам.
Ҡоштар кеүек ҡанаттарым булһа,
Осоп барыр инем яныңа.
Күҙ алдымда тора ғорур һының,
Ҡолағымда сыңлай тауышың.
Һағыныуыма түҙмәй илап алам,
Баҫыр өсөн йөрәк һағышын.
Араларҙың йыраҡ булыуҙары
Кәртә булмаҫ беҙҙең һөйөүгә.
Килер бер көн, осрашырбыҙ ҡабат,
Сиктәр ҡуйып янып-көйөүгә.
Юлиә ӘХМӘТЙӘНОВА.