+19 °С
Облачно
VKOKTelegram

Ярат

Ярат мине, мин яратҡан кеүек,

ЯратЯрат
Ярат

Дөрләп янып һөйөү-ялҡында.

Ярат мине, ай-йондоҙҙай күреп,

Тик яратма тиңләп алтынға.

Ҡояш төҫлө ярат, нурың бөркөп,

Бар донъяға, бөтә йыһанға.

Тик һөйөүең гөлләмәһен генә

Өләшерлек булма һәр ҡыҙға.

Ярат мине бөтә йөрәгеңдән,

Күҙҙәреңә яҡты моң тулһын.

Беҙҙең һөйөү сафтарҙан-саф ярһыу,

Татлы шишмәләргә тиң булһын.

Н.Исламғолова.

Стәрлебаш районы.

Фото:https://yandex.ru/images/search?fr

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас