

Әллә инде яҙҙың тәьҫире.
Көтмәгәндә генә осраштыҡ та
Мөхәббәттең булдым әсире.
Кескәй генә утлы һөйөү ҡуҙы
Барлыҡ булмышымды ялманы.
Тик хистәрең генә изге булһын,
Ҡабул итә алмам ялғанды.
Берсә ҡошсоҡ кеүек ҡанатланып,
Осҡом килә йырлап күктәргә.
Берсә һағыш биләй күңелемде,
Был тойғолар таныш күптәргә.
Биттәремде өтөп ала ҡай саҡ
Мөхәббәттең әсе йәштәре...
Тик шулай ҙа үҙе бәхет бит ул
Һөйөп һәм һөйөлөп йәшәүе!
АҠЙОНДОҘ.