

Ниңә шулай яҙа, тип аптырамағыҙ, мин дә бына ике йыл бер егетте яратып йөрөйөм, үҙен тик «Бәйләнештә»н күҙәтәм, фотоларына лайктар ҡуям.
Ул матур, буйсан, әллә ҡайҙан күҙгә бәрелеп тора. Күп ҡыҙҙар оҡшата үҙен, ә дуҫлашҡан ҡыҙы юҡ, шикелле. Бәлки, минең кеүек эстән генә берәүҙе яраталыр.
Бер йыл самаһы элек ул миңә бүтәнсәрәк ҡарай, осрашһаҡ, ҡыҙарып китә, һөйөнгән һымаҡ була ине. Ошоно белеү, тойоп йөрөү тормошомдо йәмләй, мәктәпкә барғым килеп кенә торҙо. Был матур тойғомдо ҙур сер итеп иң яҡын әхирәтемә систем. Ул ҡыҙыҡһынып тыңланы, берәүгә лә һөйләмәйем, тине. Ә бер аҙҙан ... минең был хистәрем бөтәһенә лә билдәле булды. Хатта әсәйем дә ишеткән. «Кит инде, оялмайынса, ҡыҙ башың менән егет артынан үҙең йөрөмәһәң», – тип әрләп алды. Уны ла ғәйепләмәйем, ҡыҙы өсөн уңайһыҙланғандыр, ауылда бөтә нәмә ус төбөндәге кеүек бит. Яманаты сыҡмаһын, тигәндер.
Хәҙер Рәмил (яратып йөрөгән егетем) миңә иғтибар итмәй, үҙен бүтәнсәрәк тота. Элеккесә мәктәптең алдынғыһы, кисәләрҙең йәме. Ә мин... уның алдында үҙемде ғәйепле тоям. Ниңә генә әхирәтемә асылдым икән? Шулай итмәһәм, бәлки, беҙ дуҫлашып киткән дә булыр инек. Дуҫлашмаһаҡ та, исмаһам, әүәлгесә йылы-яҡын итеп ҡарап уҙыр ине. Миңә бит уның шул ҡарашы ла етә, бер ҡарауы ла күңелемде күтәрә.
Үҙем ғаиләлә яңғыҙ үҫәм. Әсәйем ҡырыҫыраҡ, донъяны бер үҙе көткәс, рәхәт түгел, арыйҙыр. Минең ярҙам күпме генә инде. Атайым юҡ, күптән беҙҙән киткән.
Әхирәттәр, минең кеүектәрҙең хәленә инә белегеҙ, яратыуынан көлмәгеҙ. Мөхәббәт – изге нәмә, тип яҙалар китаптарҙа. Һеҙ ҙә тәүге һөйөү утында янғандарҙы ғәйепләп ҡарамағыҙ, саф хистәрен тапларға ашыҡмағыҙ.
ЛӘЙСӘН.
Мәсетле районы.