+18 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Һөйгәнемә

Минең өсөн һин бит хыял ғына,

Һөйгәнемә
Һөйгәнемә

Буй етмәҫлек яҡты йондоҙом.

Һин бәхетле башҡа берәү менән,

Ә мин янып-көйәм яңғыҙым.

Йөрәгемә ҡуҙлы уттар һалып,

Ниңә осраның һин юлыма?

Иркәләгән, өҙөлөп һөйгән булып,

Ҡулдарымды алдың ҡулыңа.

Хис-тойғоларың бит саф булманы,

Һин күңелем менән уйнаның.

Әллә инде барыһы ла бер саҡ

Онотолор, тиеп уйланың.

Мин, иҫәркәй, матур һүҙҙәреңә

Ышандым да ҡабат алдандым.

Ташлап киттең. Утлы йөрәгемә,

Әйтерһең дә, бысаҡ ҡаҙаның.

Кире ҡайтмаҫыңды белһәм дә мин,

Яҡты өмөт йәшәй күңелдә.

Һөйөүөмдең һүнмәҫ сатҡыларын

Һаҡлайым йөрәгем түрендә.

АҠЙОНДОҘ.

Фото: https://kto-chto-gde.ru/wp-content/uploa

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: