-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Дуҫлыҡ ептәре

Урамдан тәрән уйҙарға сумып, тамам аптырап ҡайтып инде Илсур. Ул яҡын дуҫы Уралдың һөйгәне Лилиә менән осрашты. Дөрөҫөрәге, ҡыҙ егетте үҙе саҡырҙы. «Әйҙә, Урал, һин, мин – өсәүләп Дим буйына барайыҡ, көн дә бик матур», – тип тәҡдим итте.

Дуҫлыҡ ептәре
Дуҫлыҡ ептәре

Һөйләшелгән урынға килеп еткәс, яңғыҙы ғына йылмайып баҫып торған Лилиәнән дуҫының ҡайҙа икәнлеген һорарға ла өлгөрмәне, ҡыҙ һүҙ башланы:
– Илсур, һинең менән бик мөһим нәмә тураһында һөйләшергә теләйем. Яңғыҙың ғына минең менән осрашмаҫыңды беләм. Шуға, Урал да була, тип алданым. Быныһы өсөн ғәфү үтенәм…
Ҡыҙ әйткәндәрҙең мәғәнәһенә төшөнөп етмәне Илсур.
– Ә ни эшләп осрашмай ти, осрашам. Тик ду-ҫым был хаҡта ишетеп ҡалһа, ҡолаҡты бормаҫмы? – тигән булды.
Егеттең шулай шаярып һөйләшеүе ҡыҙҙы тамам ярһытып ебәрҙе. Ул Илсурҙың күҙҙәренә туп-тура ҡарап:
– Мин һине бик яратам. Эйе, бар йөрәгем менән яратам. Урал менән дә һине күрер өсөн йөрөйөм. Уға дөрөҫөн әйтер инем, мине өҙөлөп яратҡанын белгәс, йәлләйем, – тип әйтеп һалды.
Илсурҙың өҫтөнә һалҡын һыу ҡойҙолармы ни?! Ул ни әйтергә лә белмәй аптырап, ҡарашын бер Лилиәгә төбәне, бер ситкә алды.
– Лилиә, нимә һөйләйһең һин? Һеҙ бит шундай матур итеп йөрөйһөгөҙ! Урал һинең өсөн йәнен бирергә әҙер. Был ниндәйҙер һаташыу…
Егеттең әлеге һүҙҙәрен ишеткәс, күңеле бер аҙ һүрелә төшһә лә, Лилиә һаман үҙенекен тылҡыны:
– Уның нимәһен аңламай-һың? Яратмайым мин Уралды, күптән инде һине һөйәм. Һин дә мине оҡшатаһың бит! Илсур, әйҙә, йәшерен булһа ла, осрашып йөрөйөк. Был хаҡта бер кем дә белмәҫ, Урал да. Ант итеп әйтәм.
Илсур ярһып ҡысҡырып ебәрҙе:
– Етте! Туҡта! Ҡабат бер һүҙ ҙә өндәшмә! Беҙҙең дуҫлыҡты боҙорға хаҡың юҡ! Мин бер ваҡытта ла улай эшләмәйәсәкмен!
Лилиәне йәшен һуҡтымы ни! Ул әллә оялыуҙан, әллә ҡурҡыуҙан ҡыҙарынып, күҙҙәрен ергә төбәне лә ҡатып ҡалды. Ә иҫ йыйып өлгөргәндә эр-гәһендә Илсур юҡ ине инде.

***
Өйгә ҡайтҡас, яңы ғына булып үткән ваҡиғаларҙы яңынан күҙ алдынан үткәрҙе егет. Хәҙер уны тик бер уй борсой. Лилиә менән осрашҡанын дуҫына һөйләргәме, юҡмы? Уралдың ҡыҙҙы үлеп яратҡанын белә, әммә Лилиәнең был ҡылығы… Етмәһә, һин дә мине оҡшатаһың бит, ти. Ҡайҙан белде икән? Эйе, тәү күреүҙән оҡшағайны уға Лилиә. Әммә дуҫы өлгөрөрәк булып сыҡты.
Яңы уҡыу йылы башланғас, күрше Х «Б» синыфына Лилиә килде. Ҡыҙҙың һомғол буйы, ҡара бөҙрә сәстәре, ҡарлуғас-тай ҡыйғас ҡара ҡаштары, нурлы йөҙө шунда уҡ Илсурҙы әсир итте. Әммә бер көндө иң яҡын дуҫы егеткә йөрәк серҙәрен систе. Шулай итеп, сут-сут һайрарға ынтылған һөйөү һандуғасын йөрәгенең иң түренә бикләргә мәжбүр булды. Дуҫының бәхетенә ҡаршы килмәҫ өсөн.
Ә бөгөн килеп Лилиә, мин һине яратам, тип хәбәр һөйләй. Урал да белмәҫ, имеш… Юҡ, шул йәмһеҙ аҙымға барырға һәләтле Лилиә менән дуҫы барыбер бәхетле була алмаҫ. Бындай йән ғазабынан мәлендә Уралды ҡурсалап ҡалырға кәрәк. Иң яҡын ду-ҫым булып та белгәнеңде һөйләмәгәнһең, тип аҙаҡ үпкәләүе бар.
Әлбиттә, дуҫының йөрәген яраларға теләмәй ине ул. Әммә һүҙ ошо юҫыҡтараҡ йүнәлеш алғас, Уралдың һис туҙынып китмәүе, үҙен тыныс тотоуы аптыратты.
– Һине оҡшатыуын күптән һиҙә инем. Тик был турала үҙенең әйтерен көткәйнем. Көсләп асҡан күҙҙең нуры булмай, тиҙәр бит. Лилиәне лә көсләп яраттырып булмай инде. Күрәһең, бәхетем ул түгелдер. Ә һин – ысын дуҫһың. Мин был һүҙҙәрҙе бер ниндәй икеләнеүһеҙ әйтәм. Йөрәгең ҡушҡанса эшлә! – тип уның яурынына ҡулын һалды Урал.
– Беҙҙең дуҫлыҡ ептәрен берәү ҙә өҙә алмаясаҡ! – Илсур шулай тине. Үҙе күңеле сафланып, яҡтырып, һулышы иркенәйеп киткәндәй, рәхәтлек кисерҙе был минутта.

Юлиә ӘХМӘТЙӘНОВА.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: