+10 °С
Облачно
VKOKTelegram

Серле төн

 

Күҙ ҡыҫышып, айлы төндә

Ике йондоҙ серләшә.

Ғашиҡтарға юл күрһәтеп,

Яҡтыһын мул өләшә.

 

Шулай төнөн күккә бағып,

Йондоҙҙарҙы күҙәтәм.

Хыял толпарында еләм,

Юлдарым һиңә илтә.

Ләйсән ҒӘНИЕВА.

Салауат районы, Лағыр мәктәбе.

Фото:https://trikky.ru/wp-content/blog

 

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас