+18 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Һинең өсөн...

Йөрәгемде биҙәнем дә

Һинең өсөн...
Һинең өсөн...

Аҫыл мәрйен-ынйынан,

Һис йәлләмәй һиңә генә

Бүләк иттем яңынан.

Тик ниңәлер йөҙөңдә

Күрмәнем шатлыҡ эҙен.

Бергә түгелбеҙ хәҙер,

Аралар алыҫ беҙҙең.

Ҡабул итә алманың шул

Йыһаным йондоҙҙарын.

Әммә һаман һинең өсөн

Гел яңғырай йырҙарым.

Зарина БАҒЫШАЕВА.

Фото:https://i.pinimg.com/original

 

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: