Насип итте икән Хоҙайым?!
Көнө-төнө һине генә уйлап,
Үткән юлыбыҙҙы барлайым.
Үлеп һағынамын һине, йәнем.
Һағынаһыңмы һин?
Белмәйем.
Юҡ бер ниндәй үпкәм һиңә,
Бары бәхет кенә теләйем.
Бәхетле бул, бәғерем!
Минең өсөн
Һин бәхетле булһаң, шул еткән.
Оноторға һине һүҙ бирәмен,
Ләкин мөмкин түгел!
Их, иркәм…
ТАҢСУЛПАН.