+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Һөйөү утында янам

Юлдарымда осраның да, йәнем,  

Кинәт кенә китеп юғалдың.

Үҙең киттең, әммә йөрәгемә

Мәңге һүнмәҫ ялҡын, ут һалдың.

Мин - хыялый, ғашиҡ булдым һиңә,

Һөйөү сихырланы үҙемде.

Әйтерһең дә, мөхәббәтле йәшен

Телеп үтте тыныс күгемде.

Тик яуапһыҙ һөйөү уттарында

Янып үтер микән ғүмерем?

Осрашмаһа ҡабат юлдарыбыҙ,

Түҙерме һуң ғашиҡ күңелем?

Ю. Әхмәтйәнова.

Фото:https://i.pinimg.com

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: