+17 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Гөлләмә

Мөхәббәт - ул сәскә гөлләмәһе,  

Гөлләмә
Гөлләмә

Ниндәйе юҡ улар араһында:

Ап-аҡ бәхет - ап-аҡ сәскәләрҙә,

Һағыныу һарыһы - һарыһында.

Алһыуында - тәүге үбешеүҙән

Тыйнаҡ ҡыҙҙан алһыуланған йөҙө;

Ҡыҙылында иһә - ярһыу хистәр,

Әйтерһең дә, ут-ялҡындың үҙе!

Зәңгәр сәскә - шатлыҡ ҡыңғырауы,

Ауаздары һөйөүҙең күгендә.

Өмөт, һағыш, көтөү - өс төҫ, өс хис

Миләүшәнең иһә бер үҙендә...

Тик һары гөл юҡ был гөлләмәлә,

Мөхәббәткә ят бит ундай төҫтәр,

Ҡара алдаҡ, ҡара хыянатҡа

Юл ирмәй ул сағыу, яҡты хистәр.

Р. ӘБҮТАЛИПОВА.

Фото:https://avatarko.ru/

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: