+18 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Яҙғы хистәр

Нәҫер

Яҙғы хистәр
Яҙғы хистәр

Яҙ... Урамдарҙан гөрләп аҡҡан ҡар һыуҙары кеүек, бөтә булмышымды ярһыу хис-тойғолар биләп алған. Ағастарҙа тирткән йәш бөрөләр шикелле, йөрәгемдең иң түрендә һөйөү гөлө сәскә атырға томалана.
Ошо ашҡындырғыс хис-тойғолар өр-яңы, мөғжизәле, серле донъяға әйҙәй төҫлө. Ә йөрәгем, әйтерһең дә, яҙғы ташҡындар уртаһында өйрөлгән аҡ карап...
Эйе, ул аҙашҡан... Яҙ еҫенән, наҙлы елдәр һулышынан илереп, ҡайҙа барғанын да белмәй, өйрөлә лә өйрөлә... Уны туҡтатыу ҙа, кирегә бороп ебәреү ҙә мөмкин түгел. Ғашиҡ күңел бер нәмәгә лә буйһонмай шул...

Н. Исламғолова.
Стәрлебаш районы.

Фото: https://s1.1zoom.ru/

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: