+16 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Ғашиҡ булдыңмы әллә?

Халыҡ шағиры Рәшит Назаров, әйтмешләй, мөхәббәт – ул, ысынлап та, утлы йәшен кеүек. Һис уйламағанда, көтмәгәндә генә ҡайнар ялҡыны менән йөрәкте ялмап ала ла һөйөү утында яндыра башлай.

Ғашиҡ булдыңмы әллә?
Ғашиҡ булдыңмы әллә?

 Уны еңел генә онотоп та, хәтерҙән юйып ташлап та булмай. Көслө лә, хисле лә тойғо бит мөхәббәт. Берсә күктең етенсе ҡатына алып менә, ҡанатландыра, бәхетле итә, хыял диңгеҙенә әйҙәй, берсә күңелде әрнетә, ғазапландыра. Психологтар ғашиҡ булыусыларҙа айырыуса ошондай сифаттар өҫтөнлөк алыуын билдәләй:

– Кейемеңә, төҫ-ҡиәфәтеңә нығыраҡ иғтибар бүлә башлайһың;
– Көҙгөгә күберәк ҡарайһың, киләсәгең тураһында йышыраҡ уйланырға тотонаһың;
– Дуҫтарың һиңә йыш ҡына матурланып китеүең, яҡшы яҡҡа үҙгәреүең хаҡында әйтә башлай;
– Тирә-яҡтағы бөтә нәмә яҡшыраҡ, матурыраҡ булып тойола. Донъяға һоҡланып бағаһың, тәмле теллегә әйләнәһең;
– Йондоҙнамәләр менән ҡыҙыҡһыныуың арта, бигерәк тә яратҡан кешеңә ҡағылышлыларын күҙ уңынан ысҡындырмайһың;
– Уны ҡыҙыҡһындырған нәмәләргә битараф булмай башлайһың;
– Гел һөйгәнеңде күргең, һөйләшкең килә. Тауышын ғына булһа ла ишетеү өсөн йыш ҡына үҙенә шылтыратаһың. Уның менән бергә саҡта ваҡыттың үткәнен дә һиҙмәйһең;
– Үҙең дә һиҙмәҫтән бүтәндәрҙән уны көнләшәһең.

Фото:https://regnum.ru/

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: