

Ҡыҫҡаһы, уҡытыусыма ғашиҡ булдым. Яңы йылдан һуң килде ул беҙҙең гимназияға. Шул көндән башлап йөрәгем тыныслыҡтың ни икәнен онотто.
Беләм, был ҡылығым күптәргә оҡшамаҫ, көлөрһөгөҙ, әрләүселәр ҙә табылыр. Әммә йөрәккә бойороп буламы ни? Мин, ысынлап та, һөйөү утында янам. Бындай тойғоларҙы беренсегә кисереүем. Ауылда уҡығанда үҙемдән ике йәшкә өлкән егет менән дуҫлаша инек. Уны әлегеләй яраттым, тип әйтә алмайым. Күрәһең, был мауығыу ғына булғандыр. Хатта ташлашҡас та ҡайһы берәүҙәр кеүек күҙ йәше түкмәнем. Еңел генә оноттом. Ә был юлы тойғоларым бөтөнләй башҡаса. Уны күрһәм, йөрәгем ярһып тибергә тотона. Уйымдан бөтөнләй сыҡҡаны юҡ. Хыялый һымаҡ, берсә моңһоуланам, берсә йылмайып йөрөйөм. Быны әхирәт ҡыҙҙар ҙа һиҙә башланы, ахыры. «Һиңә шулай яҙ тәьҫир итәме ул? Бөтөнләй үҙгәрҙең. Әллә ғашиҡ булдыңмы?» – тип көләләр.
Беләһегеҙме, хәҙер хатта ауылды һағыныуым да баҫылды кеүек. Элекке һымаҡ балауыҙ ҙа һыҡмайым. Киреһенсә, яҙғы каникулға ҡайтҡас, көндәрҙе саҡ үткәрҙем. Ярай әле интернет бар. «Бәйләнештә»ге сәхифәһен көнөнә йөҙ ҡарайым. Әйткәндәй, ул өйләнмәгән. Дуҫлашҡан ҡыҙы ла юҡ, шикелле. Бергә төшкән фотолары күренмәй, былай.
Быға тиклем йәнем һөймәгән фән булһа ла, хәҙер дәрестәрен дә көтөп алам. Һөйгәнемде күреү, яғымлы тауышын ишетеү өсөн мөмкинлек бит! Ул шул тиклем матур итеп аңлата. Һәр һүҙен бирелеп тыңлайым, тауышы шул тиклем яғымлы! Хатта шелтәләүе лә оҡшай. Ваҡыттың үткәне лә һиҙелмәй ҡала. Тик ҡараштарыбыҙ осрашһа, оялам да ҡуям. Биттәрем ут һымаҡ яна башлай. Ғашиҡ булыуымды һиҙеп ҡалмаһалар ярай ҙа.
Ҡайһы саҡта ҡыйыулығымды йыйып, һөйөүөмде еткерергә микән, тип тә уйлап ҡуям. Бәлки, мин дә уға оҡшайымдыр. Йәш айырмаһы ғына мөхәббәткә кәртә була алмай ҙа инде. Ҡыҙ кеше булараҡ, хис-тойғоларымды беренсе булып белдереү килешмәй ҙә һымаҡ. Етмәһә, уҡытыусыға. Ҡыҫҡаһы, иләҫ-миләҫләнеп йөрөп, башым бөтөнләй буталған. Яуапһыҙ мөхәббәт утында янып үтерме икән ғүмерем? Нимә эшләргә миңә? Бәлки, арағыҙҙа минең хәлдә ҡалыусылар барҙыр? Кәңәш бирһәгеҙ ине.
ИЛҮЗӘ.