+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Күҙҙәремә бер ҡараһаң...

Йөрәгемдә уттар яна,

Ғашиҡ булдым, күрәһең.
Уйҙарымдан һис сыҡмайһың,
Килә һине күрәһем.

Тауышың да ҡолағымда
Гел сыңлап тора төҫлө.
Һиңә булған саф хистәрем
Тулҡындай ярһыу, көслө.

Күҙҙәремә бер ҡараһаң,
Һөйөүөмде аңларһың.
Шул саҡтарҙа бары миңә
Һөйөү йыры йырларһың.


АҠЙОНДОҘ.

Фото: yandex.net

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: