+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Ай беҙҙән көнләшә

Бәхет икән әгәр йән һөйгәнең:

Ай беҙҙән көнләшә
Ай беҙҙән көнләшә

«Яратам!» – тип наҙлап өндәшһә.
Ҡыуаныстан ҡанаттарым үҫә,
Ә шаһит Ай беҙҙән көнләшә...

Көнләшерлек тә шул, ике йөрәк
Береһе өсөн береһе йән атҡас.
Диңгеҙ тулҡындары кеүек шаулап,
Ярһыу хистәр менән яратҡас.

Хоҙай биргән оло бүләк бит ул
Һөйөүөбеҙ – бәхет шишмәһе.
Һине, мине мөхәббәтле иткән
Саф һыуҙарың ғына кипмәһен!

Айлина ТАМАСОВА.
Өфө ҡалаһы.

Фото: zastavki.com

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: