+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Йөрәгеңә шиғыр яҙғым килә...

Яныуҙарым бер аҙ баҫылһын, тип

Йөрәгеңә шиғыр яҙғым килә...
Йөрәгеңә шиғыр яҙғым килә...

Төнгө күкте йәнә күҙәтәм.

Ҡан илаған меҫкен күңелемде

Мең һорауҙар биреп йөҙәтәм.

Бер-бер артлы йондоҙҙарын теҙеп,

Төнгө күк тә яҙған шиғырын.

Йөрәгеңә шиғыр яҙыр инем,

Оҡшамаһа, йыртып яғырһың.

Ә ул йөрәк, күптән һиҙгән кеүек,

Ташҡа баҫҡан һөйөү тамғаһын.

Яҙмыш ҡай саҡ ауыҙын ҡыйшайтһа ла,

Гөлдәр үҫһен, ҡандар таммаһын.

Йөрәгемә шиғыр яҙғым килә...

Теҙеп һалып әйтер һүҙемде.

Йәшп ятам, һин булғанға, йәнем,

Иң бәхетле тойоп үҙемде.

Альбина МУЛЛАҒОЛОВА.

Өфө ҡалаһы.

Фото:  stihi.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: