+16 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Аңланым...

Күңелеңде аңлар өсөн һинең

Күҙҙәреңә тура ҡараным.

Яратамы әллә юҡмы, тиеп

Сәскә тажы менән юраным.

Аҡсәскәнең һуңғы тажын тотоп,

Ҡыуанғаным һаман иҫемдә.

Шул мәлдәрҙән күпме һыуҙар аҡты,

Һине күрҙем бары төшөмдә.

....Ғәйебе юҡ бында аҡсәскәнең,

Үҙ-үҙемде генә алданым.

Һөйөү өсөн тиң булырға кәрәк,

Һин - күк, мин - ер, шуны аңланым...

АҠЙОНДОҘ.

Фото: medpsychologist.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: