+16 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Муйыл сәскәһе

 

Ҡапҡа төбөндәге эскәмйәлә

Бүләк иттең муйыл тәлгәше,

Һин ғүмерлек минең һөйгән йәрем,

Ә мин мөхәббәтең кәләше...

 

Гөлләмәле муйыл сәскәһендә

Һөйөүеңдең иң саф хистәре,

Һулымаҫ был сәскә күңелемдә

Хәтерләтеп яҙғы кистәрҙе.

 

Ап-аҡ сәскәләрҙең  хуш еҫтәре

Йәнкәйемә  кереп  уралды,

Мәңгелеккә күңелемдә ҡалып,

Минең хистәремә уранды.

Фәүзиә ҠОТЛОГИЛДИНА.

Фото: stihi.ru

 

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: