+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Етем мөхәббәт...

Тағы күпме телгеләргә була

Етем мөхәббәт...
Етем мөхәббәт...

Ҡанһыраған меҫкен йөрәкте?!
Һине көтөп тамам алйыны ул
Билдәһеҙлек менән йөҙәттең.

Бергә булһаҡ та беҙ бөтөн түгел,
Дөрләп янмай һөйөү усағы.
Ә минең бит килә ғүмер буйы
Мөхәббәтте иңләп осаһы.

Етемдәр ҙә шулай ғүмер буйы
Яңғыҙлығы менән көрәшә.
Етем мөхәббәттә кемдәр икән
Бәхет-шатлыҡ, наҙҙар өләшә?

Китәһең дә, кире киләһең шул
Яраларҙы ҡабат ҡуҙғытып.
Ниңә ошо сәйер мөхәббәтте
Мәңгелеккә булмай оҙатып?!
Ниңә булмай һине онотоп?!



Т. ИБРАҺИМОВА.

Фото:matrony.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: