

Һәр бер кисте йондоҙҙарға ҡарап,
Һине көтәм, йәнем, һине генә.
Сирҙе баҫып була дарыу менән,
Әммә дауалар юҡ йөрәгемә.
Дауалар юҡ, йөрәк үкһеп илай,
Әйтерһең дә уға ҡан һауа.
Еңел булып ҡалды, күккә баҡһам -
Айлы төндә йондоҙҙар яуа.
Йондоҙ яуа. Ләкин һаман ауыр,
Ярты йәнем минән алыҫта.
Үҙ ҡайғым баштан ашҡан, тигәндәй
Ай ҙа инеп китте болотҡа.
Әммә кире ҡалҡты, йәлләнеме,
Тиҙ арала таң да һарылды.
Рәхмәт йондоҙҙарға, таңға ҡәҙәр,
Тыңланылар барлыҡ зарымды.
Альбина МУЛЛАҒОЛОВА.
Өфө ҡалаһы.
Фото: content